Ҡаҙанғолдар – бик әүҙем һәм һәләтле халыҡ. Бөтәһе лә ҙур теләк менән конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнашты, йырҙар йырланы, бейене. Илдар һәм Фәнзилә Мөфтәховтар, Гөлназ Сәлимйәнова, Алия Хәмәҙиева, Зөлфиә Солтанғәлина, Илүзә Ғәлиуллина, Элина Минеәхмәтова, Наил Солтанбәков, Ирек Хамматовтың сығышы кисәне тағы ла йәмләберәк ебәрҙе. Йырсыларға баянсы Фәнил Хәйретдинов ярҙамлашты. Сараны Наилә Фазуллина матур итеп алып барҙы, тауыш операторы Эмиль Латипов музыкаль яҡтан биҙәне, Кифая Минеғолова ул кистә фотограф ролен башҡарҙы. Водитель Руслан Теләшев мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен сара уҙған Ҡаҙанғол ауылына алып барҙы. Бер һүҙ менән әйткәндә, күмәкләшеп, «яу ҡайтарҙы» улар был кистә. Бик күңелле үткән сара яҡшы кәйеф бүләк итте һәм тамашасыларға ла, ҡатнашыусыларға ла оҡшаны.