+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Февраль 2021, 12:50

Дәүләкәндәр тураһында – бөтә республикаға

«Сәләм, Республика!» проектының «Беҙ бергә» этабы.Дәүләкән районына бағышланған сығарылыш.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында «Сәләм, Республика!» проектының «Беҙ бергә» этабы старт алды. Иртәнге тапшырыуҙың һәр сығарылышы республиканың бер районына бағышланған. Уларҙа йәшәүселәр тапшырыуҙа үҙҙәренең тыуған яғы тураһында һөйләй.
11 февралдә Дәүләкән районы вәкилдәре: мәҙәниәт идаралығы методисы Кифая Минеғолова, Мәғариф идаралығы методисы Нәзифә Ғиззәтуллина, «Самбо-75» балалар –үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусыһы Марсель Ғәлимов Башҡортостан телевидениеһының тура эфирында программаны алып барыусылар менән аралашты. Улар алып барыусыларға һәм тамашасыларға тик беҙҙең районда ғына уҙғарылған традицион саралар, районыбыҙ үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән танылған хеҙмәт династиялары һәм башҡалар тураһында һөйләне. Дәүләкәндәрҙең спорттағы уңыштары һәм ҡаҙаныштары хаҡында ла әйтергә онотманылар.
Читайте нас: