-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Февраль 2021, 21:40

Байрам бүләктәре

14 февраль - Ғашиҡтар көнө. Ошо уңайҙан мәҙәниәт йорттары төрлө саралар ойоштора.Дүртөйлө ауылының мәҙәниәт усағында байрам көнөнә ниндәй сара уҙғарылыуы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

14 февраль - үҙ һөйөүеңде ҡыйыу рәүештә аңлатырға мөмкин булған һоҡланғыс көн. Бынан тыш, йөрәгеңдә мөхәббәт ялҡыны ҡабыныуҙың сәбәпсеһенә күңелеңдә ҡайнаған, тулып ташҡан хистәрҙе бер бөртөк һүҙ әйтмәйенсә лә аңлатып була! Бының өсөн йәреңә ҡағыҙҙан яһалған бәләкәй генә йөрәк бүләк итеү ҙә етә.
Изге Вәли көнө - төрлө йәштәге кешеләренең яратҡан байрамы. Уны үҙҙәренең яртыларын тапҡандар ҙа, уны осратыуға өмөт иткәндәр ҙә берҙәй көтөп ала.
Үҙеңдең хистәреңде төрлө бүләктәр һәм тәмлекәстәр менән дә аңлатырға мөмкин. Дүртөйлө ауылы мәҙәниәт йортоноң "Хужабикә" түңәрәгенә йөрөүселәр һөйгән йәрҙәрҙе ниндәй оригиналь иртәнге аштар менән һөйөндөрөп булыуын күрһәтеүсе оҫталыҡ дәресе ойошторғандар.
Читайте нас: