+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Февраль 2021, 01:25

Шиғриәт бәйгеһе

21февралдә билдәләнәсәк Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан Буранғол ауылында «Шиғриәт бәйгеһе» үткәргәндәр.Был сара тураһында түбәндә, гәзиттең сайтында уҡығыҙ.

21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Ул 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһының 30 –сы сессияһы тарафынан булдырылған һәм телдәрҙең, мәҙәниәттең күп төрлөлөгөн һаҡлау маҡсатында 2000 йылдың 21 февраленән башлап йыл һайын уҙғарыла.
Ошо уңайҙан беҙҙең районда ла төрлө саралар ойошторола. Мәҫәлән, район Мәҙәниәт йортоноң Буранғол ауылы филиалында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Шиғриәт бәйгеһе» үткәргәндәр. Конкурс төрлө номинациялар буйынса уҙған һәм уларҙа еңеүселәр билдәләнгән.
Түбәндәге номинацияларҙа:
  1. «Иң өлкән ҡатнашыусы» - Дәүләтбаева Миниямал Әхмәтгәрәй ҡыҙы;
  2. «Шиғырҙы яттан һөйләү» - Сәфиуллина Люциә Хәмиҙулла ҡыҙы;
  3. «Образлы уҡыған өсөн» - Вафина Хәлиҙә Тимерҙәли ҡыҙы;
  4. «Тасуири уҡыған өсөн» - Сафиева Мәмдүҙә Кәбир ҡыҙы
  5. еңеүселәр булған.
    Сара һуңында унда ҡатнашыусылар түңәрәк табын артында һөйләшә-көлөшә сәй эскән.
    Читайте нас: