0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Февраль 2021, 19:05

Күңелле лә һуң «Кис ултырыуҙар»

Бик-Ҡарамалы ауылының мәҙәниәт йортонда «Кис ултырыу» байрамы уҙған.

Район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдарында халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, уйындарын, йыр-бейеүҙәрен тергеҙеү, уларҙы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалдырыу һәм еткереү, йәштәргә онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, халыҡ йолаларының күркәмлеген күрһәтеү, ҡул эштәренә, хеҙмәткә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында боронғо матур йолаларҙың береһе - «Кис ултырыу» байрамдары ойошторолған.
Бик-Ҡарамалы ауылының мәҙәниәт йорто капиталь ремонт үткәрелгәндән һуң уҙған йылдың декабрь айында ауыл халҡы өсөн үҙ ишектәрен асты. Хәҙер ауылда мәҙәниәтте үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар: клуб йылы, йәмле.Унда халыҡ ҙур теләк менән йөрөй.
Бик-Ҡарамалыла йәшәүселәр халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында байтаҡ эштәр башҡара. Клуб мөдире был өлкәлә айырыуса тырышып эшләй. Ауылдаштары уға төрлө мәҙәни саралар ойоштороп, тормоштарын күңеллерәк иткәне өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерә. Эйе, ауылда саралар йыш уҙғарылып тора. Ауылда ғына түгел, ә районда ойошторолған бар мәҙәни сараларҙа улар әүҙем ҡатнаша. Бына әле лә районда уҙған «Кис ултырыу» байрамынан ситтә ҡалмағандар. Тәғәйенләнгән сәғәттә улар ҡул эштәрен, милли аш-һыуҙарын күтәреп, халҡыбыҙҙың борондан ҡалған кис ултырыу йолаһын йәштәргә күрһәтеү теләге менән мәҙәниәт усағына йыйылды. Күмәкләшеп йырланылар, өҙә баҫып бейенеләр, таҡмаҡтар әйтештеләр, халыҡ йырҙарын, уйындарын иҫкә төшөрҙөләр. Сараға йыйылыусылар ауылдың танылган йырсыһы Суфия апай башҡарған йырҙы ихлас күңелдән тыңланы. Эйе, уның тауышына, тәбиғәттән бирелгән һәләтенә һоҡланмай мөмкин түгел. Суфия апай йырлағанда, ҡайһы бер артистарың ситтә торорлоҡ хатта!
Сара бик күңелле үткән. Ул йыйылыусыларҙың барыһына ла оҡшаған. Улар ҡайтырға йыйынғас, йышыраҡ осрашып торорға һүҙ ҡуйышҡан.
Читайте нас: