+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Февраль 2021, 19:40

Ауыл биләмәләре көс һынашҡан

Ҡайҙа, ҡасан һәм нисек?Был турала беҙҙең сайта уҡығыҙ.

Кисә, 20 февралдә, Соколовка ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан «Йәгеҙ әле, егеттәр!» биләмә-ара конкурсы үткән.Уны Соколовка ауыл Советы ойошторған. Ауыл биләмәһе башлығы Әхтәм Камалетдин улы Шәрәфетдинов йыйылыусыларҙы сәләмләп, ир-егеттәрҙе яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлаған һәм командаларға уңыштар теләгән.
Байрамда Соколовка, Раев, Ҡаҙанғол, Көрмәнкәй ауылдары биләмәләре командалары ҡатнашҡан. Урындағы команда составында Иҫке Шәрип ауылынан Ғафаров Рәүил, Ғафаров Рафаэль, Кожевников Дмитрий, Кузеев Тимур һәм Ноғоманов Тамерлан сығыш яһаған. Командалар ағзалары төрлө ярыштарҙа үҙҙәренең көсөн һынаған. Беренсе һынау "Визитка" булған, артабан "Рота, подъем!", картуф таҙартыу, гер күтәреү, йәшерелгән һүҙҙәрҙе табыу кеүек конкурстарҙа ярышҡандар, хәрби тематика һорауҙарына яуаптар биргәндәр. Бынан тыш команда көйәрмәндәре концерт номерҙары менән сығыш яһаған.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Көрмәнкәй ауыл Советы – беренсе, Раев ауыл Советы – икенсе урын яулаған, ә өсөнсө урынды Соколовка һәм Ҡаҙанғол ауыл Советтары бүлешкән. Командаларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. Эшмәкәрлеген ауыл биләмәһе территорияһында алып барған КФХ башлығы Сергей Бернгардович Рихтер сараның бағыусыһы булған. Ауыл биләмәләре уға «Йәгеҙ әле, егеттәр!» байрамын уҙғарыуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Читайте нас: