+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Февраль 2021, 20:10

Матур сара уҙған

Байрам уңайынан төрлө саралар ойошторола.Тағы ла бер сараның ҡайҙа, ҡасан, нисек үтеүе тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

23 февралдә Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Был көн – героик хәрбиҙәрҙең бөтә быуындарына ғына түгел, ә беҙҙең илдең барлыә ир-егеттәренә хөрмәт күрһәтеү.
Ошо көндәрҙә районда байрам уңайынан төрлө мәҙәни саралар, спорт ярыштары ойошторола. Бына Поляковка ауылында ла «Бар шундай һөнәр – Ватанды һаҡлау» тигән уйын программаһы уҙғарғандар. Унда ауыл егеттәре ҡатнашҡан. Төрлө конкурстарҙа улар үҙҙәренең белемен, сыҙамлылығын, зирәклеген һәм тапҡырлығын, бер һүҙ менән әйткәндә, Ватан һаҡсыларына кәрәк булған сифаттарын һынап ҡараған. Сара бик күңелле үткән. Унда ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа мәҙәни саранан яҡшы кәйеф һәм күңел күтәренкелеге алған.
Читайте нас: