Фотоһүрәттәге серле һалдат - билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ришат Ғәлиханов.
Ришат Фәғмән улы Ғәлиханов 1972 йылдың 10 мартында Башҡортостандың Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, 1989 йылда Өфө ҡалаһында Сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлап өлгөрмәй, Совет Армияһы сафтарына алына.
Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә. Хәрби хеҙмәт юлын Балтика буйында, Литваның ҙур булмаған Мариамполе ҡалаһында, 100075-се хәрби часында, 7-се дивизияның 118-се парашют-десант полкында үтә. Ике йыл хеҙмәт иткән осоронда үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә, отделение командиры була, сержант званиеһы ала.
Ришат Фәғмән улының иҫәбендә 39 тапҡыр парашюттан һикереү бар. Уларҙың 30-ын - АН-2 самолетында, 9-ын ИЛ-76 йөк самолетында башҡара. Хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтҡас Сәнғәт училищеһында уҡыуын дауам итә. Уны 1995 йылда тамамлай. Шул көндән алып ҙур сәхнәлә уңышлы сығыш яһай. Уның моңло тауышына ғашиҡ булыусылар аҙ түгел. Өйләнгән. Бер ҡыҙы, ике улы бар.