0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Март 2021, 13:50

Аллы-гөллө ҡорамалар...

Бөгөнгө көндә ҡорама ҡорау яңынан модаға инде. Беҙҙең районда ла был боронғо шөғөлгә ҙур иғтибар бирелә. Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдарында ҡорама ҡорау түңәрәктәре эшләп килә.Уларҙың береһе тураһында һәм ҡорама ҡорауға арнап яҙылған матур шиғырҙы беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Боронғо замандарҙа ҡорама ҡорау ярлы халыҡ араһында төрлө көрсөктәр һәм һуғыштар ваҡытында айырыуса киң таралған булған. Улар ҡорама киҫәктәре ярҙамында ямауҙар һалып иҫке кейемдәрен яңыртҡан, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм кейем-һалым теккән.
Ҡорама ҡорау – ҡул эштәренең бик ҡулайы һанала, сөнки сеймал итеп төрлө төҫтәге туҡыма киҫәктәре ҡулланыла, әйберҙәрҙе тегеүе лә еңел. Был эште хатта балалар ҙа башҡарып сыға ала. Ҡорамаларҙан тегелгән юрғандар, карауат япмалары, мендәр тыштары, пледтар, сумкалар бигерәк матур килеп сыға. Улар йорттарҙы, фатирҙарҙы йәмләп, матурлап тора.
Бөгөнгө көндә ҡорама ҡорау яңынан модаға инде. Донъяның төрлө илдәренең ҡул эше оҫталары ғына түгел, ә танылған модельерҙар һәм дизайнерҙар ҡорама ҡорауҙың төрлө техникаһы менән үҙҙәренең ижади хыялдарын тормошҡа ашыра.
Беҙҙең районда ла был боронғо шөғөлгә ҙур иғтибар бирелә. Район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдарында ҡорама ҡорау түңәрәктәре эшләп килә. Ундай түңәрәк Ҡоръятмаҫта ла бар. Түңәрәккә ундан ашыу кеше йөрөй. Улар аҙнаһына ике тапҡыр йыйылып, был шөғөлдөң нескәлектәренә төшөнә. Кисә, 3 мартта, оҫта ҡуллы ханымдар клубҡа йыйылып, матур карауат япмаһы теккән. Был шөғөлдө улар ҡыҙҙарына ла өйрәтә. Шуға, ҡорама ҡорауҙың киләсәге бар, тип тулы ышаныс менән әйтергә була.
Ә Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәүсе билдәле шағирә Минзәлә Хәлилова иһә, боронғо кәсепкә арнап бик матур шиғыр яҙған. Уны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Ҡорама
Өскөлләп биҙәктәр һалып
Әсәй ҡорай ҡорама.
Һүҙһеҙ генә көйҙәр көйләй,
Һүҙһеҙ генә моңлана.
Әсәй илап ебәрерме
Хәлкәйҙәрен һораһам?

Әсәйем ҡулдары тейгәс,
Балҡып китте ҡорама.
Һәр биҙәктән тирә-йүнгә
Йылы нурҙар тарала.
Әсәйемдең йырҙарына,
Моңдарына уралам.

Әсәй көйләп биҙәк һала,
Күҙ нурҡайҙарын ҡоя.
Төҫһөҙ генә донъяларҙы
Сынъяһау итеп ҡуя.
Ҡырҡынды ҡорамаһынан
Ҡоролған кеүек донъя.
Читайте нас: