Проект «Бер ултырыу – бер ғүмер» тип атала һәм йыл аҙағына тиклем дуам итәсәк. Уның маҡсаты – боронғо йолаларҙың береһе булған кис ултырыуҙарҙы тергеҙеү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе йәштәргә күрһәтеү һәм ауылдың тарихы менән таныштырыу.
Кис ултырыуҙарҙың тәүгеһе 3 мартта Наилә Вәлинур ҡыҙы Абдуллина һәм уның ҡыҙы Нәфисәнең йортонда уҙған.
Наилә инәй 1936 йылдың 25 июнендә Имай-Ҡарамалы ауылында ғаиләлә беренсе бала - өс һеңлеһе һәм бер ҡустыһына апай булып яҡты донъяға килгән. Ул әсәһенә ярҙам итеү өсөн, бик йәшләй колхозда эш башлай. Йәштәр көндөҙҙәрен колхоз эшендә тир түкһә, кистәрен клубта йыйылып, төрлө уйындар уйнаған, йырлап-бейеп күңел асҡан.
Наилә Вәлинур ҡыҙы 1956 йылдың ғинуарында Айыухан егете Абдуллин Фәрит менән тормош ҡора һәм шул көндән алып ошо ауылда йәшәй. Бында ла йәш килен бик әүҙем була. Фермала һауынсы булып хеҙмәт һала, алдынғылар рәтендә була. Ике тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлана. Буш ваҡыттарында үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөй, матур итеп йырлай һәм спектаклдәрҙә уйнай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, колхозда эшләй, фиҙакәр хеҙмәте өсөн «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән.
Тормош иптәше Фәрит менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, уларға үҙаллы тормошҡа сығырға, аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәндәр. Ҡыҙғанысҡа күрә, Фәрит ағай ғына яҡты донъянан иртә киткән.
Өлкән ҡыҙҙары Нажиә Өфө ҡалаһында йәшәй, кесе ҡыҙҙары Нәфисә хаҡлы ялға сыҡҡансы алыҫ Себер тарафтарында ғүмер кисерә һәм эшләй. Бөгөнгө көндә тыуған ауылында әсәһенә ярҙамлашып, уны тәрбиәләп йәшәй.
Хәҙер инде Наилә инәйгә ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй...
Кис ултырғанда ағинәй үҙенең тормошонда булған хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә алды. Бәләкәй генә йортта ҡайны-ҡәйнәнән тыш, ике улдары, ике килендәре, эленеп торған ике сәңгелдәктә ятҡан сабый балалар һәм кейәүгә сыҡмаған ике ҡәйенһеңлеләре лә бергәләп йәшәүен һөйләне. Былай итеп ғүмер кисереүҙе әле күҙ алдына ла килтереүе ауыр.
Наилә инәйҙең ҡоймаҡ һәм бауырһаҡ бешереү оҫтаһы булыуын, быға күршелә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла өйрәтеүен иҫкә алдылар. Өлкән йәштә һәм үткәргән ауырыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә әүҙем тормош менән йәшәй. Ҡөръән аяттарын бик матур итеп, еренә еткереп уҡый. Ауылдаштары уны бер дини саранан да ҡалдырмай. Яттан шиғырҙар һөйләй, ҡыҙы Нәфисә менән моңло итеп йырлай. Нәфисә лә әсәһе кеүек үк әүҙем. Клубта уҙғарылған төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, йырлай, бейей. Ҡул эштәренә лә маһир. Уның ҡулдары тыуҙырған әйберҙәр клубта почетлы урында тора.
Кис ултырыуҙарҙың беренсеһе татыу һәм шаян мөхиттә үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә ихлас күңелдән ҡаршылағаны өсөн Нәфисәгә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, уның әсәһе Наилә Вәлинур ҡыҙына сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләне һәм йыйылышып «Бер ултырыу – бер ғүмер» икәненә тағы бер тапҡыр инанды.