+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март 2021, 22:00

Байрамға арналған саралар

Иртәгә бөтә донъя Яҙ һәм гүзәллек байрамы – 8 Мартты билдәләй. Байрам уңайынан ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттары мәҙәни кисәләр, төрлө саралар ойоштороуын дауам итә.Суйынсы, Алға һәм Бик-Ҡарамалы ауылдарында ниндәй саралар үтеүе тураһында беҙҙең сайтта уҡый алаһығыҙ.

5 мартта ауыл клубтарының күпселегендә «Ҡәйнәләр һәм килендәр» тигән конкурс программаһы үткән, ә 6 мартта гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хөрмәтенә байрам концерттары ойошторолған.
«Ҡәйнәләр һәм килендәр» конкурсы, байрам концерттары шулай уҡ Алға, Бик-Ҡарамалы һәм Суйынсы ауылдарында ла ойошторолған. Алға ауылында «Ҡәйнәләр һәм килендәр» конкурсында ике команда сығыш яһаған. Ҡәйнәләр командаһынан Фәүзиә Әхмәтйәнова, Зимфира Сәлихова һәм Әлфиә Мемиадзе килендәре менән сәскә вазалары яһауҙа, таҡмаҡтар башҡарыуҙа, ваҡытҡа йомғаҡ урауҙа һәм бер-береһен биҙәүҙә ярышҡан. Бөтәһе лә байрам кисәһенән ыңғай тәьҫораттар һәм иҫтәлеккә бүләктәр алған. Иртәгәһен ойошторолған байрам концерты ла йыйылыусыларға байрам кәйефе бүләк иткән.
Суйынсы ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолған «Ҡәйнәләр һәм килендәр» конкурсы бик ҡыҙыҡлы үткән. Ҡатнашыусылар командалары үҙҙәре, йырҙары, девиздары менән таныштырыуҙан тыш, сараны концерт программалары менән аралаштырып алып барған. Конкурстар иһә айырыуса ҡыҙыҡлы булған. Ҡәйнәләр һәм килендәр үҙ-ара ашарға бешереүҙә, туҡмас йәйеп, киҫеүҙә, биҙәүестәр яһауҙа, төрлө ҡул эштәренә маһирлыҡта ярышҡан. Улар был конкурстарҙан тыш, хатта утын бысып, ҡаҙаҡ ҡағып та көс һынашҡан. Конкурс ҡатнашыусыларға ла, тамашасыларға ла бик оҡшаған.
Бик-Ҡарамалы ауылы мәҙәниәт йорто капиталь ремонттан һуң күптән түгел генә асылыуға ҡарамаҫтан, бында мәҙәни тормошто бик яҡшы йәнләндереп ебәргәндәр. Клуб мөдире Суфия Сәхәбетдинова ауыл халҡын мәҙәниәткә, төрлө сараларға йәлеп итеү өсөн күп көс һала. Бына 6 мартта ла Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ауылда байрам сараһы ойошторолған. «Һеҙҙең өсөн, ҡәҙерлеләребеҙ!» тигән концерт программаһын ауыл биләмәһе башлығы О.Р. Лоҡманов асҡан һәм залда ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлаған һәм изге теләктәрен еткергән. Артабан концерт программаһы башланған. Унда Рәшит һәм Миңлегөл Лоғмановтар, Динара Фәйзуллина, Венера Әйүпова, Зилә Йосопова, Дилә Хумаева, Гөлшат Мәғәсүмовалар ҡатнашҡан. Ауыл халҡы, байрамдың ойоштороусылары Суфия һәм Минифан Сәхәбетдиновтар район Мәҙәниәт йортонан баянсы Фәнил Хәйретдинов һәм методист Кифая Минеғоловаға ла сараны үткәреүҙә ярҙамлашҡандары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткергән. Байрам сараһы бик матур үткән һәм барыһына ла күтәренке кәйеф бүләк иткән.
Читайте нас: