+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март 2021, 19:30

Байрам саралары гөрләй

Иртәгә бөтә донъя Яҙ һәм гүзәллек байрамы – 8 Мартты билдәләй. Байрам уңайынан ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттары мәҙәни кисәләр, төрлө саралар ойоштороуын дауам итә.Ҡайҙа һәм ниндәй саралар үтеүе тураһында беҙҙең сайтта уҡый алаһығыҙ.

5 мартта ауыл клубтарының күпселегендә «Ҡәйнәләр һәм килендәр» тигән конкурс программаһы үткән, ә 6 марттагүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хөрмәтенә байрам концерттары ойошторолған.
Мәҫәлән, Поляковка ауылында шаулап-гөрләп, «Кемдең килене яҡшыраҡ?» тигән шоу-программа уҙған. Тамашасылар һәм сарала ҡатнашыусылар күп тулҡынландырғыс мәлдәр кисергән. Программала ҡатнашыусылар иң яҡшы килен исеме өсөн көрәшкәндә, тормошта килеп тыуған төрлө сетерекле хәлдәрҙә үҙҙәренең сыҙамлы һәм тапҡыр, изге күңелле һәм шаян булыуҙарын күрһәткән. Сарала Надежда Ефремова, Екатерина Степанова һәм Вилена Стручкова бик әүҙем ҡатнашҡан. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. 6 мартта иһә «Иң наҙлы, мөләйем ҡатын-ҡыҙҙарға» тигән концерт күрһәтелгән.
Александровка ауылы клубында ла шулай уҡ 5 мартта «Ҡәйнәләр һәм килендәр» конкурсы уҙған. Унда ҡатнашыусыларға «Йомғаҡ урау», «Кем тиҙерәк?», «Сәй ҡайнатыу» кеүек таҫыллыҡҡа ҡоролған ярыштар ойошторолған. Билдәле булыуынса, һәр ҡатын-ҡыҙ - яҡшы әңгәмәсе лә. Шуға ҡатнашыусыларға бишек йыры йырларға, төнгөлөккә - әкиәт, кескәйҙәр өсөн шиғырҙар һөйләргә тәҡдим ителгән. Бөтәһе лә был бурыстарҙы лайыҡлы үтәп сыҡҡан. 6 мартта «Ҡатын-ҡыҙ – бәхет асҡысы» тигән концерт программаһы үткән. Байрамдың алып барыусылары Александр Бланк һәм Дмитрий Степанов концертты «Замана ҡатын-ҡыҙы» тигән шиғыр менән асып ебәргән. Артабан да кешелектең гүзәл яртыһына шиғырҙар бағышлаған, бөйөк кешеләрҙең әйтемдәрен һәм мәҡәлдәр арнаған. Алып барыусылар башҡарыуында замана шағирҙарының ғына түгел, ә классиктарҙың да әҫәрҙәре: Юрий Полисскийҙың «Ҡатын-ҡыҙ», Рәсүл Ғамзатовтың «Әсәйҙәрҙе һаҡлағыҙ», Фрид Геккерҙың «Ҡатын-ҡыҙҙы һөйөү нимә ул?», Галина Ахматованың «Бәхет өсөн ҡатын-ҡыҙға күп кәрәкмәй» тигән шиғырҙары, «Әсә» монологы яңғыраған. Һәүәҫкәр артистар, «Девчата» вокаль ансамбле, Александр-Татьяна Бланктарҙың ғаилә дуэты һәм Елена Широкова, Дмитрий Степанов, Александра Солуяновалар моңло йырҙар башҡарған. Татьяна Бланк «Мин шундай төрлө-төрлө» тигән шиғыр уҡып ишеттергән.
Рассвет ауылы мәҙәниәт йортонда ла «Ҡәйнәләр һәм килендәр» конкурсы уҙған. Ҡәйнәләр һәм килендәр командалары төрлө ярыштарҙа үҙ-ара көс һынашҡан. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңгән. Конкурс һуңында килен-ҡәйнәләр тураһында шиғырҙар һөйләгәндәр, аҙаҡтан дискотекала рәхәтләнеп бейеп, күңел асҡандар. «Әсәйем күҙҙәре» тигән байрам концерты ла бик матур үткән. Иң ҡәҙерле һәм гүзәл заттар өсөн В.П. Родин, «Хыял» ансамбле, Рассвет мәктәбе уҡыусылары һәм 1-се класс уҡыусыһы София Кузьмина башҡарыуында матур йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраған. Мәктәп уҡыусылары шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ҡотлау плакаты әҙерләгән, ҡул эштәренән матур күргәҙмә ойошторолған.
Ивановка ауылында ла бик сағыу мәҙәни саралар ойошторғандар. Байрам кәйефе ауылда 5 мартта уҡ башланған. Был көндә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең әсәйҙәрен һәм өләсәйҙәрен 8 Март менән ҡотлаған. Улар йырҙар йырлаған, шиғырҙар һөйләгән, төрлө конкурстар һәм викториналарҙа ҡатнашҡан. Ә 6 мартта мәҙәниәт йортонда уҙғарылған «Яҙ һәм ҡатын-ҡыҙ ҡабатланмаҫ» тигән байрам кисәһе бөтәһенең дә күңеленә хуш килгән. Сараны асып, ауыл Советы башлығы В.И. Никульшин ҡатын-ҡыҙҙарҙы гүзәл байрам менән ҡотлаған һәм уңыштар, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләгән. Шулай уҡ был көндәрҙә күпләп яуған ҡарҙы таҙартып, байрамды ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән В.А. Нуриәхмәтовҡа рәхмәт һүҙҙәре еткергән. Л.В. Рыжова ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған китаптар күргәҙмәһе ойошторған, викторина өсөн һорауҙар әҙерләгән, апалы-һеңлеле Вәлиевалар шиғырҙар уҡыған, «Надежда» ансамбле башҡарыуында моңло йырҙар яңғыраған.
Читайте нас: