-27 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
МӘҘӘНИӘТ
7 Марта 2021, 01:50

"Изге күңелле Әсәләр!"

Яҙ һәм гүзәллек байрамы 8 Март яҡынлаша. Ошо уңайҙан мәҙәниәт усаҡтары төрлө байрам саралары ойоштора.Район Мәҙәниәт йортоноң Имай-Ҡарамалы ауылы филиалында ла бик матур кисә үткән.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Имай - Ҡарамалы мәҙәниәт йортонда 8 Март, Ҡатын - ҡыҙҙар байрамына бағышланган - "Изге күңелле Әсәләр!" тип аталған кисә уҙғарылды. Художество етәксеһе Солтанаев Илфаҡ тарафынан әҙерләнгән бик матур ҡотлау видеоролигы һәм байрам концерты курһәтелде. Килгән ҡунаҡтар ҙа үҙҙәренең байрам күстәнәстәрен бүләк итте.
Имай - Ҡарамалы мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сарала концерт программаһынан тыш "Әсәйҙәр бәйгеһе" лә ойошторолдо. Уның барышында Әсәйҙәр үҙҙәренең уңғанлығын, бар эшкә лә булғанлығын тағы бер ҡабат иҫбатлап күрһәтте,төрлө уйын-конкурстарҙа ҡатнашты. Байрам бик күңелле уҙҙы.
Читайте нас в