+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март 2021, 01:05

«Тамсыҡай» «тамсылар»ын йыйҙы

Район Мәҙәниәт йортонда 3 мартта башҡорт йырҙарын башҡарыусы балалар араһында «Тамсыҡай»район конкурсының 2-се туры үтте.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

«Тамсыҡай» конкурсы быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелә һәм Башҡорт тарихы йылына арналған. Конкурстың беренсе туры 11 февралдә булды. Ул конкурстың һайлап алыу этабы ине. Унда 20-нән ашыу йәш йырсы һәм вокаль ансамблдәр ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә конкурсҡа етди әҙерләнеп килгән, шуға абруйлы жюриға улар араһынан иң яҡшыларын һайлап алыу бик еңелдән булманы. Жюри кәңәшләшкәндән һуң, икенсе турға 19 конкурсант һайланды.
Конкурстың икенсе туры 3 мартта район Мәҙәниәт йортоноң бәләкәй залында үтте. Конкурсанттар был көндә лә бик уңышлы сығыш яһаны. Әммә конкурс шарттары буйынса улар араһынан иң-иңдәре һайлап алынды. Финалистар 10 мартта Гала-концертта сығыш яһаясаҡ.
Читайте нас: