+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март 2021, 20:10

«Йәгеҙ әле, апайҙар!»

Иртәгә бөтә донъя Яҙ һәм гүзәллек байрамы – 8 Мартты билдәләй. Байрам уңайынан ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттары мәҙәни кисәләр, төрлө саралар ойоштороуын дауам итә.Буранғол ауылында ниндәй саралар үтеүе тураһында беҙҙең сайтта уҡый алаһығыҙ.

Ер шарының аҡ бәхете өсөн,
Яратылған гәүһәр, алтын һеҙ.
Кешелектең иң ҙур зиннәте – һеҙ,
Йәшәү мәғәнәһе ҡатын – ҡыҙ!

Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
Изгелеге үлсәү тапҡыһыҙ.
Ул, әлбиттә, йәшәү сығанағы,
Тормош сығанағы . ҡатын – ҡыҙ!

Әсәләр көнөнә «Йәгеҙ әле, апайҙар!»бәйгеһе үтте. Үрге яҡ урамдың "Дуҫлыҡ командаһы" менән Түбәнге яҡ урамдың "Умырзая"командаһы апайҙары үҙ-ара ярышты.
Һеҙҙең барағыҙҙы ла, яҡынлашып килгән, яҙҙың беренсе байрамы – 8 март - Халыҡ – ара ҡатын – ҡыҙҙар көнө байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тыныс, матур тормош, шатлыҡлы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Ярышыбыҙҙы һеҙҙең өсөн үткәрәбеҙ һөйкөмлө, сибәр, уңған, аҡыллы, етеҙ апайҙар. Йәгеҙ әле, апайҙар! Шулай итеп, ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләйек!

1–се бәйге «Таныш булайыҡ “.
2-се бәйге ”Һорау-яуап”
3-сө бәйге "Кер ҡыҫтырғыстар менән кер элеү"
4-се бәйге «Автопортрет ». Бер бит ҡағыҙға фломастер менән үҙеңдең портретыңды күсереү
5-се бәйге Ижади һынау.(йыр,шиғыр,бейеү)
6-сы бәйге “Минең булмышым”. Яулыҡ ябыныу модаһы
7-се бәйге "Башымда - көршәк,ә ҡулымда - һыу"-эстафетаһы
8-се бәйге "Һуҡыр килеш йомшаҡ уйынсыҡты таны"
9-сы бәйге "Ҡулһыҙ визажист"- иптәшеңә помада һөртөү
10-сы бәйге "Золушкалар балға ашыға"- ҙур галош кейеп эстафета
11-се бәйге "Матрёшки"-уҙышып сарафан кейеү,яулыҡ ябыныу
12-се бәйге "Ултырған көйө бейеү"
13-сө бәйге "Кер йыуыу"эстафетаһы
14-се бәйг- "Команда реклама күрһәтә"
15-се бәйге Өй эше. Бешереп алып килгән аш-һыу серҙәре менән уртаҡлашыу.
Тамашасылар ҙа әүҙем ҡатнашты.Бейенек,йырланыҡ,шиғыр,ҡотлауҙар бик күп булды.Бәйгелә ике команда ла тигеҙ мәрәй йыйып,грамоталар менән бүләкләнде.Байрамды сәй табыны йомғаҡланы.
Резеда Ҡорбанғәлиева.
Читайте нас: