+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март 2021, 02:10

"Йәгеҙ әле, уңғандар! "

Яҙ һәм гүзәллек байрамы - 8 Март яҡынлаша. Ошо уңайҙан мәҙәниәт усаҡтары төрлө байрам саралары ойоштора. Район Мәҙәниәт йортоноң Дүртөйлө ауылы филиалында үткән байрам кисәһе тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

5 мартта Дүртөйлө ауыл клубында "Йәгеҙ әле, уңғандар " тип исемләнгән сара үтте. Бында ауылдың иң шәп, иң уңған, иң егәрле, мөләйем ҡатын-ҡыҙҙары ике командаға бүлешеп ярышты. Командалар "Биктәштәр" һәм "Ҡыҙҙар - шаян йондоҙҙар" тип аталды. Улар командаға исем биреүҙән тыш, уның девизын, йырын да әҙерләгәйне. Кисәнең танышыу өлөшө тамамланғандан һуң, командалар самауыр ҡайнатыуҙа бәйге тотто, матурлыҡ салонында прическалар эшләне, ярышып кейенде, әкиәттәге Көлһылыу кеүек, хатта, ярмаларҙы айырып йыйҙы, йыр- бейеүҙә, өҫтәл әҙерләүҙә маһирлыҡтарын күрһәтте. Сара һуңында, әлбиттә, бүләктәр, йылы һүҙҙәр, ҡотлауҙар ҡабул иттеләр. Күңелле кисә сәй табыны менән тамамланды. Саранан бөтәһе лә яҡшы кәйеф менән таралышты.
Читайте нас: