0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март 2021, 01:10

«Ҡыҙғылт һары кәйеф»

Яҙ һәм гүзәллек байрамы 8 Март яҡынлаша. Ошо уңайҙан мәҙәниәт усаҡтары төрлө байрам саралары ойоштора.Ниндәй саралар икәнен беҙҙең сайттан белә алаһығыҙ.

Күңелдәрҙе елкендереп йәмле яҙ, ә уның менән бергә ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың байрамы яҡынлаша. Ошо уңайҙан мәҙәниәт йорттары гүзәл заттарға бағышлап төрлө кисәләр, байрам саралары ойоштора.
Шундай сараларҙың береһе 4 мартта район Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡаттағы фойеһында үтте. Ул «Ҡыҙғылт һары кәйеф» тип аталды.
Кисәнең шарттарына ярашлы, ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә ошо төҫтәге кейемдә килергә, йә булмаһа ҡыҙғылт һары аксессуар ҡулланырға тейеш ине. Был шартты байрамға килеүселәрҙең бөтәһе лә тиерлек үтәне. Фойе ла күтәренке кәйеф өҫтәүсе төҫ менән биҙәлгәйне. Сараның алып барыусылары байрамда ҡатнашыусыларға бер генә минут та бойоғоп ултырырға бирмәне. Төрлө конкурстар, уйындар, йыр-бейеүҙәр бер-береһен алыштырып !ына торҙо. Уйын-көлкө менән ваҡыттың уҙғаны ла һиҙелмәне.
Байрам бөтәһенә лә оҡшаны. Ҡатнашыусылар ҙа, ойоштороусылар ҙа, тамашасылар ҙа кисәнең исемендәгесә саранан яҙғы ҡояш нурҙары менән һуғарылған «Ҡыҙғылт һары кәйеф» алып, ойоштороусыларға күңелле ял минуттары бүләк иткән өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтеп таралышты.
Читайте нас: