-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Март 2021, 16:20

"Аҡҡоштар" һәм "Ләләләр" ярышҡан

Бөгөн 8 Март - гүзәл заттарыбыҙ байрамы. Байрам алдынан ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттарында төрлө күңелле саралар үткән.Айыухан ауылында иһә "Аҡҡоштар" һәм "Ләләләр" ярышҡан.Был ярыш тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Дәүләкән районы Айыухан ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә шулай уҡ байрам сараларынан ситтә ҡалмаған. Улар ауылда йәшәүселәр өсөн "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" конкурсы ойошторған. Кисә бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле үткән. Сара башында ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Хинсар улы Шәйхетдинов залда ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙ байрамы менән ҡотлаған һәм уларға изге теләктәрен еткергән.
Ауылдың гүзәл заттары "Аҡҡоштар" һәм "Ләләләр" тигән ике командаға бүленеп, үҙ-ара көс һынашҡан. Конкурс бик ҡыҙыҡлы ярыштарҙан торған. Командалар бер-береһен сәләмләгәндән һуң, "Сәләмәтлек" темаһына викторинала, "Көҙгөм, миңә әйт әле! ", " Көлһылыу ярма сүпләй ", " Үҙ-үҙеңде маҡта", "Төрлөсә атлап күрһәт", " Матур итеп салфетка төр" тигән конкурстарҙа көс һынашҡан. Һәр конкурс концерт номерҙары менән аралаштырып алып барылған. Конкурсты Гөлсинә Абдуллина бик йәнле итеп алып барған. Гөлүсә Нуруллина һәм Нәфисә Абдуллина йыйылыуыларға үҙҙәренең матур йырҙарын бүләк иткән. Шулай уҡ бейеү конкурстары ла уҙғарылған. Сара һуңында командалар "Иң тәмле винегретты кем тиҙерәк әҙерләр" тигән конкурста ярышҡан. Ярыштарҙы Әғзәм Хәйруллин, Венер Ильясов һәм Рәмил Буранғоловтарҙан торған жюри ентекле күҙәтеп барған һәм лайыҡлы баһалаған. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңгән! Командалар ағзаларының һәр ҡайһыһына бүләктәр тапшырылған.
Конкурс һуңында дискотека үткәрелгән һәм бөтәһе бергә түңәрәк өҫтәл артында сәй эскән.
Читайте нас: