-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Март 2021, 12:40

«Үҙ яғыма ҡайтһам»

Башҡорт йырҙарын башҡарыусылар араһында үткән асыҡ район фестиваль-конкурсы тап шулай аталды.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Соколовка ауылы мәҙәниәт йортонда башҡорт йырҙарын башҡарыусылар араһында «Үҙ яғыма ҡайтһам» тигән асыҡ район фестиваль-конкурсы үтте. Дәүләкән районы мәҙәниәт идаралығы һәм район Мәҙәниәт йорто уның ойоштороусылары булып сығыш яһаны. Конкурс 18 йәштән 35 йәшкә, 35 йәштән 50 йәшкә тиклемге һәм 50 йәштән өлкәнерәк башҡарыусылар араһында үткәрелде.
Йырсылар халыҡ йәки ретро йырҙарҙан бер әҫәр башҡарҙы. Уларҙы баһалағанда башҡарыу оҫталығына, сәхнәлә үҙен тотошона, йырсының үҙенсәлекле булыуына иғтибар бирелде.
Быйылға конкурста Дәүләкән районынан бөтәһе 44 башҡарыусы ҡатнашты. Уларҙың 43-ө яңғыҙ башҡарыусы һәм берәүһе – Көрмәнкәй ауыл мәҙәниәт йортоноң вокаль ансамбле. Йырсыларҙың конкурсҡа әҙерләнеп килгәнлеге һиҙелеп торҙо. Бөтәһе лә башҡараһы йырҙарын да, сәхнә костюмдарын да һайлауға етди ҡараған. Һәр ҡайһыһы билдәле артистарҙан бер ҙә кәм булманы. Мәҫәлән, Ҡаҙанғолдан Ирек Хамматов, Алия Хәмәҙиева, Соколовканан Әхмәтвәли Ғәниев, Иҫке Мерәҫтән Гүзәлиә Хәбиәхмәтова, Дүртөйлөнән Мәрүән һәм Әҡлимә Гәрәевтарҙың сығышын тамашасылар дәррәү алҡышланы. Жюри ағзалары һәр сығышты ентекле тыңланы һәм баһа бирҙе. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса өс беренсе, өс икенсе һәм өс өсөнсө урын бирелде. Ә Ҡаҙанғол ауылынан Шәмсетдинова Гөлсөм башҡорт халыҡ йыры «Юлғотло»ны юғары кимәлдәге оҫталыҡ менән башҡарып, йыр бәйгеһенең төп еңеүсеһе исемен яуланы һәм Гран-приға лайыҡ булды. Ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: