-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Март 2021, 16:25

«Йәш килен» конкурсы

11-12 мартта Балтас район Мәҙәниәт һарайында «Йәш килен» республика этноконкурсы үткән. Унда беҙҙең район исеменән Гөлзирә Ҡарағолова сығыш яһаған.Конкурс барышы һәм унда Гөлзирәнең нисек сығыш яһауы тураһында артабан беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

11-12 мартта Балтас район Мәҙәниәт һарайында «Йәш килен» республика этноконкурсы үткән. Конкурс Бөтә Рәсәй «Шәжәрә» мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә ойошторолған. Унда республиканың Балтас, Дыуан, Асҡын, Дәүләкән, Илеш, Туймазы, Тәтешле һәм Балаҡатай райондарынан 15 ҡыҙ ҡатнашҡан.
Ике көн рәттән конкурсанттар үҙҙәренең ғаиләһе, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләп, ҡул эштәренә һәм аш-һыуға маһирлыҡтарын күрһәтеп, үҙ-ара көс һынашҡан. Шуныһы ҡыуаныслы, конкурсанттар үҙҙәренең районының этнографик костюмында сығыш яһаған.
Конкурс милли костюмдар кейгән килендәрҙең көйәнтә-силәктәр алып «һыу юлы» йолаһына нигеҙләнгән дефиленан башланып киткән. Артабан ҡатнашыусылар менән таныштырыу һәм конкурс программалары менән дауам иткән. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла бәйгегә яҡшы әҙерләнеп килгән. Шуға жюри ағзаларына улар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу бик еңелдән булмаған.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балетмейстеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Фәтих улы Ғәбитов рәйеслегендәге жюри “Йәш килен” республика этноконкурсы еңеүселәрен түбәндәгесә билдәләгән.
1-се урынға — Дыуан районынан Айнә Ғирфанова, 2-се урынға — Балтас районынан Светлана Ғәлиева менән Дәүләкән районынан Гөлзирә Ҡарағолова, 3-сө урынға Асҡындан Земфира Сәлимгәрәева, Балаҡатай районынан Зинира Талипова, Тәтешле районынан Асия Фәтхетдинова, Балтас районынан Гөлназ Шәрифуллина лайыҡ булған.
Ҡалған бәйгеселәр төрлө номинацияларҙа билдәләп үтелгән. Мәҫәлән, Балтас районынан Айгөл Хәмәтнурова — “Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы”, Борай районынан Зилиә Сәхәүетдинова —«Ғаилә ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡараш», Илеш районынан Гөлнара Хәләпова —«Шәжәрәлә – ғаилә тарихы», Тәтешле районынан Эльвира Ахунова —«Талир тәңкә», Туймазы районынан Сөмбөл Дауытова — «Шәжәрәлә – ғаилә тарихы», Бишбүләк районынан Зөлиә Сираева «Үҙ төбәгенең аш-һыуын пропагандалаусы» тигән номинацияларҙа бүләкләнгән.
Балтас районынан Венера Хәмәтнурова - Балтас районы хакимиәте башлығының махсус призына, Балтас районынан Айгөл Хәмәтнурова тамашасы һөйөүе призына лайыҡ булған.
Жюри ағзалары ла, тамашасылар ҙа бөгөнгө килендәрҙең дә башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белеүҙәренә, улар өсөн ғаилә ҡиммәттәре, үҙ-ара мөнәсәбәттәр иң мөһиме булыуына тағы бер тапҡыр инанған.
Гөлзирәне абруйлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм уға ғаилә бәхете, киләсәктә лә яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: