-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Март 2021, 17:05

Бер ултырыу - бер ғүмер-3

Дәүләкән районы Мәҙәниәт йортоноң Айыухан ауылы филиалы "Бер ултырыу - бер ғүмер" тигән бик матур, яңы проект башлап ебәреүе тураһында яҙып үткәйнек инде. Уның тәүгеһе март башында булһа, икенсеһе - уҙған аҙнала Нәфисә һәм Әғзәм Хәйруллинадарҙа, ә өсөнсөһө Рәйсә апай Мәүлихановаларҙың өйөндә ойошторолған. Проект йыл дауамында барасаҡ.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Кис ултырыуҙарҙың сираттағыһы Рәйсә апай Мәүлиханованың йортонда ойошторолдо.
Рәйсә апай 1952 йылдың 13 октябрендә Дәүләкән районы Фариҙун ауылында, биш балалы ғаиләлә тыуған. 1976 йылда Айыухан ауылының уңған егете Рафаэль Мәүлиханов менән сәсәтәрен сәскә бәйләй һәм шул ваҡыттан алып ошо ауылда ғүмер кисерә. Тәүҙә фермала һауынсы булып эш башлай. үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. Рафаэль ағай водитель булып хеҙмәт һала. Өс бала үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рафаэль ағай яҡты донъя менән иртәрәк, 63 кенә йәшендә, хушлаша. Ҡыҙҙары Роза һәм улдары Радик үҙҙәренең ғаиләләре менән Нефтеюганск ҡалаһында йәшәй. Төпсөк ҡыҙҙары Ләйсән һәм уның өс улы әсәләре менән бергә ауылда ғүмер кисерә. Рәйсә апай өс ейәнен тәрбиәләшә. Бергәләшеп күпләп мал-тыуар, һыйыр тоталар, ҡаҙ-өйрәктәр аҫрайҙар. Ләйсән үҙе машина йөрөтә. Радик улының да әсәһенә ярҙамы ҙур. Йылына өс-дүрт тапҡыр ҡайтып, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша.
Кис ултырыуға күршеһе Миңлегөл һәм Зифа апай Мәүлихановалар килде. Рәйсә апай менән уның тормош иптәштәре өс туған. Зифа апай Мәүлихановтар ғаиләһе тураһында бик ентекле итеп һөйләне. Уларҙың ғаиләһе хаҡында был кистә бик күп нимәләр белдек. Рәйсә апайҙың ике туған ағаһы Әғзәм ағай Хәйруллин да бик ҡыҙыҡлы хәтирәләр һөйләне. Ул йылдарҙа машина-тракторҙар мастерскойында биш Мәүлиханов водитель булып хеҙмәт һалған. Бөтәһе лә яуаплы, эш һөйәр була. Зөлфәт һәм Рәсим Мәүлихановтар, Вәкил һәм Әҙһәм Таһировтар һәм башҡалар тракторҙарында Дәүләкән ҡалаһына юл күтәреүҙә ҡатнашты.
Кис ултырыу һуңында Рәйсә апай бөтәһен дә ҡыҙҙырылған балыҡ, улы Радик ебәргән күстәнәстәр һәм хуш еҫле сәй менән һыйланы. Сәй табыны артында хәтирәләр, төрлө иҫтәлектәр менән бүлештеләр. Сараны ойоштороусылар Зифа апай Мәүлихановаға - Айыухан ауылы кешеләренең тормошо тураһындағы ҡыҙыҡлы хикәйәләре, Рәйсә апай Мәүлихановаға ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Гөлүсә Нуруллина.
Читайте нас