Йыл һайын март айында Яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән көн билдәләнә. Быйыл ул көн 20 мартҡа тура килә. Көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә ҡояш экватор аша үтеп, көньяҡ ярымшарҙан төньяҡ ярымшарға күсә. Ошо мәлдән һуң Ерҙең төньяҡ өлөшөндә - астрономик яҙ - көньяҡ ярымшарҙа астрономик көҙ башлана.
Был мәлдә яҙ башланыу хөрмәтенә кешеләр төрлө саралар, "Ҡышты оҙатыу", "Наурыҙ" байрамдары ойошторола. Беҙҙең районда ла был байрам уңайынан бик күп мәҙәни саралар үтте. Уларҙың күбеһе "Ҡышты оҙатыу" байрамы итеп уҙған аҙнала уҙғарылды. Ә кисә иһә Бик-Ҡарамалы ауылында Көн менән төн тигеҙләшеү уңайынан күңелле Наурыҙ байрамы ойошторғандар. Ауылда йәшәүселәрҙең олоһо ла, кесеһе лә был саранан ситтә ҡалмаған. Ауыл халҡы тәғәйенләнгән ваҡытҡа ауыл мәҙәниәт йорто эргәһенә йыйылған. Һәр кем үҙе менән байрам табыны ҡороу өсөн милли аштар, ҡоймаҡтар һәм башҡа тәмлекәстәр бешереп алып килгән. Самауырҙар иртә таңдан уҡ парҙарын борҡоп, ҡайнап ултырған. Олоһо ла, кесеһе лә бөтә ярыштарҙа, конкурс программаларында әүҙем ҡатнашҡан. Ҡышҡы һабантуй уйындары ойоштороп, ҡашыҡҡа йомортҡа һалып та, ҡапсыҡ кейеп тә уҙышҡан, таһыллыҡта ла көс һынашҡан, йырлашып-бейешеп күңел асҡан. Ярыштар концерт номерҙары менән аралаштырып алып барылған. байрам аҙағында бөтәһе лә йыйылышып, сәй табыны артында көлөшә-һөйләшә сәй эскән. Тамашасылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа байрам сараларынан бик ҡәнәғәт ҡалған һәм уның ойоштороусыһы ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Минифан Сәхәбетдиновҡа рәхмәт һүҙҙәре еткергән.