Коронавирус пандемияһы сәбәпле кғләмле саралар үткәреүбер йылдан ашыу сикләнеп торҙо. Күптән түгел күп кеше йыйылған мәҙәни һәм спорт сараларын тулы залдар менән үткәрергә рөхсәт ителде. Ниһайәт артистарға ла "йәшел ут" янды. Улар яйлап үҙҙәренең концерт программалары менән сығыш яһай башланы. Ни тиһәң дә, артистар сәхнәне һәм тамашасыларын, ә тамашасылар үҙ сиратында сағыу концерттарҙы һәм яратҡан артистарын һағынған.
23 марттаРөстәм һәм Ләйлә Ғәлиевтар Дәүләкән сәхнәһендә матур концерт менән сығыш яһаны. Һәләтле йырсылар йылдың-йылы үҙҙәренең тамашасыларын яңы репертуар менән ҡыуандырып тора. Был йәш, һоҡланғыс ғаилә тарафынан юмор менән һәм бар күңелдәрен һалып башҡарылған шаян, дәртле йырҙар бөтәһенә лә яҡшы кәйеф бүләк итә. Бөгөнгө концерт та бар тамашасылар күңеленә хуш килерлек булды. Рстәм һәм Ләйләнең бергәләп тә, яңғыҙ ҙа башҡарған йырҙарын, шулай уҡ йырсы һәм баянсы егет Рәфил Мусиндың йыр-моңдарын, шоу-дуэт "Грация" башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәрҙе, алып барыусының шаян интермедияларын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде. Улар үҙ сиратында яратҡан артистарына алҡыштар һәм сәскә гөлләмәләре бүләк итте. Концерт тамамланғас та улар йырсыларҙы сәхнәнән оҙаә ебәрмәй торҙо. Был концерттан артистар ҙа, тамашасылар ҙа күңел күтәренкелеге һәм яҡшы кәйеф алып таралышты.