23 мартта "Халыҡ ижады ынйылары" район фестиваль-конкурсына старт бирелде. Фестивалде тәүгеләрҙән булып район Мәҙәниәт йортоноң Айыухан һәм Вперед ауылдары филиалдары артистарының сығышы асты. Ошо уҡ көндә Раев, Соколовка, Ҡаҙанғол, Поляковка, Рассвет һәм Сергиополь ауылдарының һәүәҫкәр артистарының да сығышы үтте. Һәүәҫкәр коллективтар бай йөкмәткеле программалар тәҡдим итте. Фестиваль положениеһына ярашлы, конкурс программаларына ижад жанрҙарының бөтә төрҙәре лә индерелгәйне.
Айыухан ауылынан конкурста Гөлсинә Абдуллина, Асия Латипова, Мөнирә Саломатина, Рәзинә Ҡунафина, Лилиә Таһирова, Суфия Сәлихова, Нәфисә Нурғәлиева, Нәфисә Шакировалар ҡатнашты.
Соколовка филиалында "Серҙәштәр" фольклор ансамбле "Кис ултырыу" йолаһын тәҡдим итте. Унда ауылдың һәүәҫкәр артистары Ғәлимә Ғәниева, Надиә Минебаева, Миңлегөл Хөснөтдинова, Фәнүзә Мәхмүдова, Фирҙәүсә Аллабирҙина, Зөлфиә Шакирова һәм Ғәлимә Минейәровалар сығыш яһаны.
Сергиополь ауылы артистары - "Калинушка" фольклор ансамбле лә театрлаштырылған "Кис ултырыу" йолаһын тәҡдим итте.
Конкурсанттарға яҡшы кәйеф, сәләмәтлек, уңышлы сығыштар теләп ҡалабыҙ.
Фотолар һәм материалдар "Культура и искусство в Давлекановском районе" төркөмөнән алынды.