-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Март 2021, 20:10

"Ҡолас киреп бесән саптыҡ..."

22 мартта "Халыҡ ижады ынйылары" район фестиваль-конкурсына старт бирелде.Кисә һәм бөгөн улар район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдарында дауам итә.Конкурстың барышы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

24 мартта Буранғол ауылы мәҙәниәт йортонда "Халыҡ ижады ынйылары-2021" конкурсы дауам итте. Унда "Табын" фольклор төркөмө "Бесән әҙерләү" йолаһын күрһәтте. Сарала бесән йыйыусы ҡатындар ролендә - Мәмдүҙә Сәфиева, Гөлбикә Ғәскәрова, Люциә Сафиуллина, Резеда Ҡорбанғәлиева, Хәлиҙә Вафина, ә колхоз бригадиры ролендә ауыл фельдшеры Фәнисә Мөхәмәтгәрәева сығыш яһаны.
Борондан ҡалған йола буйынса колхоздарҙа бесәнде күмәкләшеп, өмә яһап әҙерләгәндәр. Иртән иртүк, яҡтыра башлау менән, үләндәрҙә ысыҡ тамсылары кипкәнсе, бесәнселәр эшкә тотонған. Рәт-рәт итеп сабылған бесәнде яҡшыраҡ кипһен өсөн ҡатын-ҡыҙҙар тырма һабы менән күтәртеп сыҡҡан. Бесән бакуйҙарын таратыу эҫе ҡояш аҫтында көн дауамында башҡарылған. Кискә елләгән бесәнде - оҙон-оҙон рәттәргә, артабан күбәләргә һалғандар. Икенсе көнгә ысыҡ кибеү менән, күбәләрҙе лә аҡтарып сыҡҡандар, һуңынан бесән яҡшылап кипкәндән ҡуң, уларҙан кәбәндәр ҡойғандар. Был эште аяҙ, эҫе көндәрҙә башҡарыуы әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаған, ә бына болоттар йыйылып, ямғырҙар башланһа, бесәндәрҙе тиҙ арала күбәләргә һалырға, ямғыр тамамланғандан һуң, күбәләрҙе яҡшылап кипкәнсе, бер нисә тапҡыр таратып, әйләндерергә тура килгән...
"Табын" фольклор төркөмө тап ошо йоланы: бесәнселәрҙең тырыш хеҙмәтен дә, ял ваҡыттарында матур итеп күңел асыуҙарын да жюри ҡарамағына тәҡдим итте. Ул тамашасыларға ла, жюри ағзаларына ла бик оҡшаны. Фольклорсыларға алдағы көндәрҙә лә ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Резеда Ҡорбанғәлиева.
Читайте нас