22 мартта Ҡоръятмаҫ ауылы китапханаһында "Тыуған яғым киңлектәре буйлап" тигән видеосәйәхәт ойошторғандар. Унда балалар Башҡортостан Республикаһының күп һанлы тәбиғәт ҡомартҡылары һәм һоҡланғыс, матур урындары менән танышҡан. "Тыуған яҡтың 7 ҡомартҡыһы" тигән буклетты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарағандар, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы, тәбиғәт ҡомартҡыһы - Асылыкүл тураһында бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр белгәндәр, төрлө йомаҡтар һәм тыуған яҡҡа арналған кроссворд сискәндәр.