-16 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Март 2021, 22:45

Үҙ эшенән ләззәт алып йәшәй...

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бөгөн һөнәри байрамдарын билдәләй. Был байрам – кешеләргә шатлыҡ, яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге бүләк итеүселәр байрамы.Шундай кешеләрҙең береһе – район Мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе методисы Наилә Фазуллина.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында һүҙ башлағанда, күҙ алдына иң тәүҙә сағыу, күңелле һәм тантаналы саралар, концерттар килеп баҫа. Һәм шул мәлдәрҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тормошо тоташ байрамдарҙан ғына тора, тип уйлап ҡуяһың. Әммә был байрамдарҙың бөтәһе артында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тырыш һәм көсөргәнешле эше тора. Байрам саралары, концерттарҙы әҙерләгәндә кәрәкле материалдар эҙләүгә, күп һанлы репетициялар үткәреүгә киткән ваҡыт, баштарына төрлө идеялар килгәнлектән иҫәбе-һаны булмаған йоҡоһоҙ төндәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел! Ә байрам сараһын үткәргәндән һуң тырышлығыңдың емешен күреп ҡыуаныуҙар, был эште еренә еткереп атҡарып сыға алғанлыҡтан, кешеләргә яҡшы кәйеф бүләк итеүҙән кисергән ғорурлыҡ тойғолары – ошо хистәрҙе кисереү өсөн генә лә мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләргә мөмкиндер!
Район Мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе методисы Наилә Вил ҡыҙы Фазуллина үҙ эшенән ләззәт алыусы, кешеләргә яҡтылыҡ, яҡшылыҡ һәм байрам кәйефе бүләк итеүсе әүҙем кешеләрҙең береһе. Билдәле кинолағы «спортсменка, комсомолка, красавица» тигән һүҙҙәр тулыһынса уның холҡона, булмышына тап килә.
Наилә Вил ҡыҙы Мәкәш ауылында тыуған. Ошо ауылдың урта мәктәбен тамамлаған. Артабан уҡыуын Башҡортостандың кооперация институтында дауам иткән. Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында ситтән тороп белем ала. Тормош иптәше менән Динә һәм Сара исемле ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Наилә Вил ҡыҙы - әүҙем кеше. Районда ғына түгел, ә республика кимәлендә ойошторолған күп мәҙәни сараларҙа ҡатнаша ул. Бер ҡараһаң, «Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!» район конкурсында үҙенең командаһын етәкләһә, икенсе ҡарағанда респубика кимәлендәге сараларҙың береһендә ҡатнашып йөрөй. Унда булған дәрт-дарманға, оптимизмға күп кешеләр хайран ҡалырлыҡ. Шаянлығы, идеялар генераторы булыуы менән Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сараларға ҡатнашыусыларҙы ла бик еңел йәлеп итә ул. Матур йырлай, шуға концерттарҙың береһенән дә ситтә ҡалмай.
Наилә Вил ҡыҙы - район Мәҙәниәт йортонда бына инде дүртенсе йыл рәттән эшләп килгән «Моңдар ҡайтһын ауылға» тигән проекттың инициаторы ла. Быйыл, сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында ла ул проекттың эшен дауам иткән. «Хәҙерге еңел булмаған осорҙа ҡалала ғына түгел, ә ауылдарҙа ла мәҙәниәт эше, йыр-моң, гармун тауыштары бөтөп бара тиерлек. Шуға, ауыл халҡының буш ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү, уларҙы аҙға ғына булһа ла йәшлек йылдарына алып ҡайтыу, бер-береһе менән аралаштырып, күңел асыу маҡсатында ойошторҙом был проектты», - ти Наилә Фазуллина. Әйтергә кәрәк, был проект ауылда йәшәүселәрҙең күбеһенә оҡшай.
Наилә Вил ҡыҙының тынғыһыҙ хеҙмәте төрлө Почет грамоталары, Дипломдар һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Ҡыҙҙары Сара менән Динә лә әсәләренә оҡшап, бик һәләтлеләр, йырлайҙар, бейейҙәр, әүҙем тормош менән йәшәйҙәр.
Үҙе тураһында бер-ике һүҙ әйтеүҙе үтенгәс, Наилә Вил ҡыҙы:
«Әле мин йәш тә түгел, ҡарт та,
Матурлығым юғалмаған хатта.
Иҙәндәрҙе һелкетеп тә бейерлекмен.
Күлдәктең дә иң матурын кейерлекмен.
Шатлығымды бүлешеп тә иларлыҡмын.
Үҙ-үҙеңде маҡтау ғына хилафлыҡтыр», - тигән үҙе ижад иткән шиғыр юлдары менән яуап бирҙе. Минеңсә, был һүҙҙәр уға тулыһынса тап килә.
Наилә Вил ҡыҙын һөнәри байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас