+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Апрель 2021, 12:40

«Ҡунаҡ ашы» шәп булды!

5 апрелдә үткән күңелле тамаша тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Кисә, 5 апрелдә, Башҡортостандың Шишмә районы үҙәгенең Мәҙәниәт һарайында билдәле юмор оҫтаһы, импровизатор Альберт Уразмәтовтың «Ҡунаҡ ашы» тигән юмористик шоу-программаһы гөрләп үтте. Залда алма төшөргә лә урын юҡ ине. Был коронавирус пандемияһы сәбәпле күпселек тамашаларҙың туҡталып тороуын, тамашасыларҙың артистар менән күҙмә-күҙ осрашыуын һағыныуҙарын ғына күрһәтеп ҡалманы, ә ошо районда тыуып-үҫкән танылған яҡташтарына ихтирам, һөйөү билдәһе лә булды.
Шишмә районында төрлө йүнәлештәге талантлы кешеләр күп. Улар араһында – билдәле юмор оҫтаһы, импровизатор Альберт Уразмәтов та бар.
Алберт Фәнил улы бәләкәй сағынан уҡ артист булырға хыяллана, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенең әүҙем ҡатнашыусыһы була.
«Тормошомдо сәхнә менән бәйләргә бәләкәй сағымдан уҡ ныҡлы ҡарар иттем, сөнки үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдыма ла килтерә алмай инем. Беҙҙең Ҡалмаш ауылында бөтәһе лә - артистар, шаярырға ла, көлөргә лә яраталар. Ә танылған Кәтүк – Әхәт Уразмәтов – яҡташым, шулай уҡ остазым булды», - тип һөйләй артист.
Шишмәлә тыуған һәләтле алып барыусы 2000 йылдан башлап «Ихлас» йыр театры составында ҙур сәхнәгә сыға. Артисҡа шулай уҡ Фидан Ғафаров, Айҙар Ғәлимов, Ризуан Хәкимов кеүек танылған йондоҙҙар менән эшләү бәхете эләгә. Улар Альберт Уразмәтовты концерттарҙы оҫта алып барғаны өсөн генә түгел, ә импровизатор булараҡ та баһалай. Альберт Фәнил улы йырҙарға һүҙҙәр яҙыусы шағир булараҡ та танылыу яулаған. Уның йырҙарын Салауат Фәтхетдинов, Марат Шәйбәков, Әнүәр Нурғәлиев кеүек йондоҙҙар башҡарыуында ишетергә мөмкин.
Бөгөнгө көндә артист концерттар өсөн сценарийҙар яҙыу менән дә шөғөлләнә. Уның «Яңы йыл бәлеше», «Туған тел» каналында барған «Алтын көҙ» «Ҡышҡы бүләк», Театр йылы уңайынан яҙылған «Ҡунаҡ ашы» тигән тетралләштерелгән тамашалары ҙур популярлыҡ яулаған.
Артист уйлап тапҡан Ғәбдрәшит Сәләхетдин улының образы ла бик отошло була һәм тамашасылар күңелен яулай. Был образды һәр концертта түҙемһеҙлек менән көтөп алалар.
Бына кисә лә, Шишмә сәхнәһендә үткән «Ҡунаҡ ашы»нда Ғәбдрәшит ағай һәм уның партнеры, шулай уҡ талантлы юмор оҫтаһы Рида Фәтхелисламованың сығышы тамашасыларҙың кәйефен күтәрҙе. Шулай уҡ ҡунаҡтар – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гүзәл Әхмәтова, Марат Шәйбәков, Ришат Ғәлиханов, Татарстандан билдәле йырсы Гүзәл Диникеева, «Нур» татар театры актрисаһы Гөлназ Биктимерова, йәш йырсылар Рәфил Мусин, Фәрзәлиә һәм Денис Ибраһимовтар үҙҙәренең сағыу сығыштары менән был тамашаға йәм өҫтәне. Уларҙың һәр ҡайһыһын тамашасылар дәррәү алҡыштар менән оҙатты. Кисә һуңында Шишмә районы хакимиәте башлығы Альберт Уразмәтовҡа Башҡортостан мәҙәниәтен үтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Бер һүҙ менән әйткәндә, йыр-моң, уйын-көлкө һәм юморға бай тамаша бөтәһенә лә оҡшаны, сөнки һәр кем унан күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф алып таралышты.
Читайте нас: