-12 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Апрель 2021, 13:50

Бик -Ҡарамалы "һандуғастар" һайратты

Бик-Ҡарамалы ауылы клубында үткән сара тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

6 апрелдә район Мәҙәниәт йортоноң Бик-Ҡарамалы ауылы филиалында дуҫтарса йылы атмосферала татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Һандуғас йыры-2021» асыҡ район фестиваль-конкурсы үтте. Унда бик күп йырсылар ҡатнашты. Конкурсанттар үҙҙәренең сығышында артислыҡ һәләттәрен, башҡарыу оҫталығын күрһәтеп, йырҙарын шул тиклем оҫта йырланы, хатта жюри ағзаларына улар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу бик еңелдән булманы. Беҙҙең районда ысын мәғәнәһендә халыҡ ынйылары тип әйтерлек таланттарҙың күп булыуы ҡыуаныслы хәл.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса район Мәҙәниәт йортоноң Ташлы-Шәрип ауылы филиалының «Аҡ ҡалпаҡ» татар фольклор ансамбле конкурста Гран-при яуланы. Раев ауылынан Фәнисә Ильясова, Бик-Ҡарамалынан Рәшит Лоғманов, Ташлы-Шәриптән Нажиә Уразбахтина I урынға лайыҡ булды. Дәүләкән ҡалаһынан Зәйтүнә Сафина, Хөсәйендән Таңһылыу Гилдина, Айыухан ауылынан Нәсимә Шакирова – II, Мәкәштән Зәйтүнә Зарипова, Суйынсы ауылынан Гөлфиә Нәғимова, Өфөнән Гөлиә Әхмәҙуллина III урын алды. Уларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!!! Конкурсанттарҙың бөтәһенә лә почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йырсыларыбыҙға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Бик-Ҡарамалы ауылы аҡһаҡалы Рауил Мәғәсүмов ауылдаштары исеменән сығыш яһап, район етәкселегенә клубта үткәрелгән ремонт эштәре, ошо фестивалде ойоштороу һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм был мәҙәни сара Бик-Ҡарамалы ауылы клубының брендына әйләнһен ине тигән теләк белдерҙе.
«Культура и искусство в Давлекановском районе» төркөмө материалдарынан алынды.
Фотолар һәм видеояҙмалар – ошо уҡ төркөмдән.
Читайте нас