22 июнь – тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмыштарын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк ватан һуғышы башланғанға 80 йыл.
Иҫке Мерәҫ ауылында ла һуғыштың шәфҡәтһеҙ ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, уның афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ, сөнки Бөйөк еңеүгә өлөш индергән ҡаһарман һәр ғаиләлә тиерлек бар.
Башҡортостанда «Һуғыш балалары тураһында» закон ҡабул ителде.
Ошо уңайҙан, шулай уҡ 22 июндә билдәләнгән Хәтер һәм ҡайғы көнө айҡанлы Иҫке Мерәҫ ауылы мәҙәниәт йортонда һуғыш йылы балаларына таныҡлыҡтар тапшырыу буйынса сара ойошторолдо. Клуб мөдире Гүзәлиә Хәбиәхмәтова йыйылыусыларҙы сәләмләп, ҡыҫҡаса ғына был тарихи көн тураһында һөйләп үтте. Артабан ауыл старостаһы Салауат Хафиз улы һәм клуб мөдире Гүзәлиә ХәбиәхмәтоваИҫке Мерәҫ, Яңы Мерәҫ, Яппар-Йәнбәк ауылдарының һуғыш осоро балаларына «Һуғыш балалары» таныҡлығын тапшырҙы. Ветерандарҙан 91 йәшлек Фәниә Әхмәтйәнова үҙенең ауыр һуғыш йылдарына тура килгән бала сағы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, 30 йылдан ашыу колхоз рәйесе булып хеҙмәт һалған Хөсәйен Ноғоманов, ветеран һауынсы, 11 бала әсәһе Шәмсиямал Ҡадирова, ғүмере буйына тиерлек малсылыҡта, артабан бригадир булып эшләгән Суфиян Латипов, Зөлхизә Усманова, 40 йылға яҡын фельдшер булып хеҙмәт һалған Татьяна Суфиянова бик матур итеп телмәр тотто һәм иәтәлектәре менән бүлеште. Бөгөнгө сараға һуғыш осоро балаларның күбеһе килгәйне. Килә алмағандарҙың таныҡлығын балалары алды, ҡайһыларының йорттарында булып, уларҙың йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынды, таныҡлыҡтар тапшырҙы.
Клубҡа килеүсе ветерандар өсөн сәй табын әҙерләнгәйне. Рәсми өлөштән һуң барыһы ла түңәрәк табын артына йыйылып, хәтирәләре менән уртаҡлашып, яугир ауылдаштарын иҫкә алып, бергәләшеп сәй эсте һәм үҙҙәренә күрһәткән иғтибарға күңелдәре булып, сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралышты.