Кисә, 23 июндә, Алға ауылында Самауыр байрамы уҙғарылды. Байрамға ауыл халҡы, ҡунаҡтар , балалар саҡырылды. Самауыр ҡуйылған табын түренән Бергә йәшәүҙәренең 59 йыллыҡтарын билдәләгән Зөлфирә һәм Сабир Хәсәншиндар, Рәйсә һәм Тимерйәр Мөхәрәмовтар урын алды. Улар ауылдаштарына парлап үткән ғүмер юлдары, хеҙмәт һалған йылдары тураһында һөйләне, оҙаҡ ваҡыт бәхетле йәшәүҙәренең сере менән уртаҡлашты.
Сарала самауыр тураһында йырҙар башҡарҙылар, шиғырҙар һөйләнеләр, сәй табынына ҡуйылған тәм-томдар хаҡында кемуҙарҙан бәйән иттеләр. Байрамға Мәкәш ауылынан ҡунаҡтар Рәйзә Әхмәтрәхимова, Мөнирә Моратшина килеп, күстәнәскә моңло йырҙарын бүләк иттеләр. Байрам һуңында бөтәһе лә Рәшиҙә Миникәй ҡайнатҡан самауыр сәйе менән һыйланды. Һәр кем саранан яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге алып, ойоштороусыларға рәхмәттәрен әйтеп таралышты.
Ригина Ғәзизова.
Фотолар: Р. Ғәзизова.