+17 °С
Облачно
Антитеррор
МӘҘӘНИӘТ
3 Августа 2021, 15:35

Күңелле каникул көндәре

Районда "Күңелле каникул көндәре" тигән исем аҫтында балалар өсөн ойошторолған күңел асыу программаһы үҙенең эшен дауам итә. Бөгөн, 3 августа, ул Дәүләкән ҡалаһының Көнбайыш урамындағы балалар майҙансығында үтте.

Күңелле каникул көндәреКүңелле каникул көндәре
Күңелле каникул көндәре

Районда "Күңелле каникул көндәре" тигән исем аҫтында балалар өсөн ойошторолған күңел асыу программаһы үҙенең эшен дауам итә. Бөгөн, 3 августа, ул Дәүләкән ҡалаһының Көнбайыш урамындағы балалар майҙансығында үтте. Байрамдың төп ойоштороусылары - район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре күңел асыу программаһы менән кескәйҙәр эргәһенә килде.
Көндәренең төп өлөшөн уҙғарған уйын майҙансығына балалар, уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре йыйылды. Майҙансыҡ эргәһендәге аҡлан күңелле көйҙәр, балаларҙың шат тауыштарына күмелде.
Байрамды алып барыусы бөтәһен дә сараның программаһы менән таныштырып үтте һәм уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Сара "Дуҫлыҡ" һәм "Барбарики" тигән ике команда ярышҡан конкурстар рәүешендә үтте. Һәр команда һынатмаҫҡа һәм үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтергә тырышты. Балаларҙың бөтәһе лә "Итекле бесәй", " Ҡотҡарыусылар ", " Ат сабышы " кеүек уйындар һәм төрлө башҡа конкурстарҙа бик теләп, әүҙем ҡатнашты. Бөтәһенә лә тәмле приздар таратып бирелде.Ҡыҙҙар-малайҙартаралышты һәм ата-әсәләр был саранан оҙаҡҡа етерлек яҡшы тәьҫораттар һәм күтәренке кәйеф алды. Улар ошондай матур байрамды ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп йорттарына таралышты.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас