0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Август 2021, 16:40

Светофор байрамы үткән

Баҡтиһәң, 5 август – Халыҡ-ара светофор көнө икән. Ошо уңайҙан ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттары һәм китапханалар хеҙмәткәрҙәре төрлө саралар ойошторған. Шуларҙың береһе Александровка ауылы мәҙәниәт йортонда үткән.

Илебеҙ юлдарында һәм урамдарҙа күпләп юл-транспорт фажиғәләре булып тора. Уларҙың төп сәбәбе – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәү йәки күҙәтмәү. Шуға Александровка ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара светофор көнөнә арналған «Юл ҡағиҙәләре – иң ышаныслылары» тигән сара ойошторған.

Уның барышында балалар менән юлдарҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөргәндәр, светофорҙың ҡасан һәм ҡайҙа барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләгәндәр. Шулай уҡ «Юл викторинаһы» һорауҙарына яуаптар биргәндәр, «Юл йомаҡтары»н сискәндәр. «Юл билдәләре» уйынында ҡатнашыусылар һәр юл билдәһенең ни аңлатҡанын төшөндөрөп үтһәләр, «Юл сыуалсыҡтары»нда айырым һүҙҙәрҙән ҡағиҙәләргә ҡағылышлы мәҡәлдәр төҙөгәндәр, «Юл хәлдәре» уйынында бөтә ҡағиҙәләрҙе лә яҡшы белеүҙәрен күрһәткәндәр. «Ҡағиҙәләрҙе өйрәнәбеҙ – фажиғәләрҙе иҫкәртәбеҙ» тигән китаптар күргәҙмәһендә ошо темаға арналған нәшриәт баҫмалары менән танышҡандар. Сара һуңында бөтә ҡатнашыусыларға тәмле приздар тапшырылған.

Светофор байрамы үткән
Светофор байрамы үткән
Светофор байрамы үткән
Светофор байрамы үткән
Светофор байрамы үткән
Светофор байрамы үткән
Светофор байрамы үткән
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: