9 август —Бөтә донъя аҫаба халыҡтар көнө. Ул 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы инициативаһы менән булдырылған. Байрам тәүге тапҡыр 1995 йылда билдәләнгән.
Был көндө Фәриҙун, Иҫке Көрмәнкәй һәм Исмәғил ауылдары Бөтә донъя аҫаба халыҡтар көнөнә арналған балалар өсөн «Этник калейдоскоп» тигән фестиваль уҙғарыу майҙансығына әйләнде. Уны район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.
Аҫаба халыҡтарҙың телен, этник мираҫын, мәҙәни йолаларын һаҡлау фестивалдең маҡсаты булып торҙо.
Дәүләкән районында өс башҡорт ырыуы вәкилдәре йәшәй. Байрам уҙғарылған Иҫке Көрмәнкәй һәм Дүртөйлө ауылдары – Бөрйән, Фәриҙун ауылы – Мең, ә Исмәғил Табын ырыуына ҡарай.
Фестиваль ҡунаҡтарын үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡаршы алды. Унда беҙҙең район территорияһында йәшәгән башҡорт ырыуҙары тураһында китаптар һәм материалдр урынлаштырылғайны. Ә. Хәкимов музейы ла ҡыҙыҡлы экспозиция тәҡдим итте. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы диреторы М. Мөхәмәтйәнов йыйылыусыларҙы ошо ауылдарҙың тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте һәм Мең, Бөрйән, Табын ырыуҙарының тамғаларын күрһәтте. Стилләштерелгән тирмә хужабикәһе А. Латипова ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды, ә район Мәҙәниәт йорто методисы Н. Фазуллина кешеләрҙе боронғо күсмә башҡорттар торлағының биҙәлеше һәм көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәр менән таныштырҙы һәм уларҙың тормош шарттары, тирмәләрҙе нисек төҙөүе тураһында һөйләп үтте.
Байрамдың алып барыусылары А. Машков һәм Э. Аҙнашева артабан бөтәһен дә балалар һабантуйына саҡырҙы. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа тоҡтар менән һуғышыу, көйәнтә менән һыу ташыу, аттар сабышы, йомортҡа һалынған ҡашыҡ ҡабып йүгереү, арҡан тартышыу кеүек милли уйындарҙа, шулай уҡ төрлө конкурстарҙа һәм эстафеталарҙа бик теләп ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла сара һуңында татлы приздар таратылды.
Был байрам Мең, Табын, Бөрйән ырыуы вәкилдәре йәшәгән башҡорт ауылдарының тарихын һаҡлау, быуындан-быуынға күсеп килгән милли уйындар һәм йолаларҙы иҫкә төшөрөү эшенә ҙур өлөш индерҙе һәм туған телде, үҙеңдең кесе тыуған яғыңды яратырға һәм һаҡларға кәрәклеге тураһында тағы бер тапҡыр бөтәһенең дә хәтеренә төшөрҙө.
«Этник калейдоскоп» фестивале бик матур уҙҙы. Ошондай ғәҙәти булмаған һәм күңелле байрамға килеүселәр яҡшы кәйеф һәм күңел күтәренкелеге алды. Сарала ҡатнашыусылар һәм тамашасылар ойоштороусыларға күңелле ял минуттары бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.