16 августа «Ҡояшлы» паркында «Беҙ – ҡояш балалары!» тигән музыка сәнғәте һәм халыҡ ижады фестивале старт алды.
Был көн фольклор ижадына арналды. Тамашасылар милли костюмдар тарихы һәм 5 милли мәҙәниәт үҙәгенең йыр ижады менән таныша алды.
Стилләштерелгән тирмәлә ҡорама ҡорау һәм бетеүҙәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Саранан район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдары ла ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, Дүртөйлө ауылының «Гөлнәзирә» ансамбле кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәтте. Ансамблдең и өлкән ҡатнашыусылары Закира, Сафура, Дамира апайҙар көндөң эҫе тороуына ҡарамаҫтан, кешеләргә халыҡ ижады ынйыларын таратырға ярҙам итте. Афарин, апайҙар!
Фестивалдең тәүге көнөнә килгән дәүләкәндәр байрамдан ыңғай тәьҫораттар һәм кәйеф күтәренкелеге алды.
Фотолар: Э. Аҙнашева һәм Дүртөйлө ауылы мәҙәниәт йорто.