-13 °С
Ясна
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Август 2021, 12:10

"Һандыҡ төбөндәге мода"

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙең кәйефен күтәреү өсөн ниндәй генә саралар уйлап сығармай! Ул концерттар, төрлө кисәләр, күңелле конкурстар тиһеңме - барыһы ла! Ана шундай сараларҙың береһе күптән түгел Буранғол ауылында үткән.

"Һандыҡ төбөндәге мода"
"Һандыҡ төбөндәге мода"

21 августа Буранғол ауылы клубында "Һандыҡ төбөндәге мода" тигән үҙенсәлекле конкурс уҙғарылды. Уның шарттарына ярашлы, ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы күптән кейелмәй ятҡан кейемдә килергә тейеш булды. Сара барышында бик күп конкурстар ойошторолдо. Мәҫәлән, «Дефиле» конкурсында ҡатнашыусы үҙе кейеп килгән кейеме менән таныштырҙы, «Иң матур күлдәк»тә - обойҙан күлдәк бесеп текте, «Иң киң сарафан» конкурсында  билдәләнгән ваҡыт эсендә һәр кем сарафаны эсенә күберәк кеше һыйҙырырға тырышты, «Көйәрмәндәр»ҙә - көҙгө алдында үҙҙәрен маҡтаны, магазинға "Шопинг" яһаны, төрлө викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Тамашасылар яратҡан төҫтәрен һайлап алып, үҙҙәре тураһында бик күп нимәләр белде.Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫтө көслө һәм әүҙем кешеләр һайлай. Улар һәр яңы эшкә дәртләнеп тотона, уны әрһеҙләшеп башҡара. Ҡыҙыл төҫ яратыусыларҙың күңелендә һәр ваҡыт сәйәхәтсе һәм еңеүсе йәшәй, был тормошта ла сағылыш тапмай ҡалмай. Йәшел төҫтө һайлаусылар тормошто ярата. Улар позитив, изге күңелле, һиҙгер. Ундай кешеләр тормошҡа еңел ҡарай, уңышһыҙлыҡтарға осраһа ла, оҙаҡ борсолоп ултырмай, кеше ҡайғыһын тыңлай һәм аңлай белә икән.Мода күрһәткәндә (дефиле) Гөлбикә Ғәскәрова туйға барыр өсөн алған яңы күлдәген күрһәтһә, Мәмдүҙә Сәфиева әсәһенең күлдәген (әсәһенә 94 йәш тула) кейеп килгәйне.
"Был күлдәктә мин әсәйемдең йылыһын тоям", - тине Мәмдүҙә. Хәлиҙә Вафина спорт стилендә кейенгәйне. "Олоғая башланым тип кейемемде һандыҡ төбөнә һалып ҡуйғайным , бына, кәрәге тейеп ҡуйҙы әле,"- ти Хәлиҙә апай. Беренсе урынды Сәфиева Мәмдүҙә ярҙамсыһы Данис Мырҙагәрәев менән бүлеште, икенсе урынды Булат Минебаев менән бергә Хәлиҙә Вафина яуланы. Байрам күңелле сәй табыны менән тамамланды.

"Һандыҡ төбөндәге мода"
"Һандыҡ төбөндәге мода"
"Һандыҡ төбөндәге мода"
"Һандыҡ төбөндәге мода"
"Һандыҡ төбөндәге мода"
"Һандыҡ төбөндәге мода"
"Һандыҡ төбөндәге мода"
"Һандыҡ төбөндәге мода"
"Һандыҡ төбөндәге мода"
"Һандыҡ төбөндәге мода"
Автор: Лилия Гайсина
Читайте нас