+30 °С
Ясно
Антитеррор
МӘҘӘНИӘТ
24 Августа 2021, 12:30

Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...

Башҡортостандың Архангел районында 21-22 августа Халҡыбыҙҙың заманса туҡыу сәнғәтенең «Орловка» II республика фестиваль-конкурсы үтте. Унда Ҡоръятмаҫ ауылының билдәле балаҫ һуғыу оҫтаһы Хариса Ҡәниф ҡыҙы Ҡадирова беҙҙең район исеменән сығыш яһаны.

Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...
Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...

Башҡортостандың Архангел районында Халҡыбыҙҙың заманса туҡыу сәнғәтенең «Орловка» II республика фестиваль-конкурсы үтте. Ул туҡыу өлкәһендә эшләгән хәҙерге заман оҫталарының туҡыу сәнғәте мәҙәниәтен һаҡлау, халыҡтың мәҙәни йолаларға ихтирамлы мөнәсәбәтен формалаштырыу, туҡыусылыҡ өлкәһендә һәләтле оҫталарҙы, туҡылған заманса изделиелар ижад итеү өлкәһендә  яңы художество йүнәлештәрен асыҡлауға йүнәлтелгән.

Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге, БР Архангел районы хакимиәте, «Урал» халыҡ ижады галереяһы тарафынан ойошторолдо.

Ҡатнашыусыларға реаль ваҡыт режимында туҡыу техникаһындағы теләһә ниндәй конкурс  эшен башҡарып күрһәтеү конкурстың төп үҙенсәлеге ине. Жюрист туҡылған эштәр буйынса уларҙың авторҙары һәм «проектты яҡлау » форматында конкурста ҡатнашыусыларҙың бөтәһе менән бергә фекер алышты.

Сара Әлшәй, Балаҡатай, Бөрйән, Йылайыр, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Архангел райондары һәм Өфө, Бөрө ҡалаларынан 20-нән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Ҡоръятмаҫ ауылының билдәле балаҫ һуғыу оҫтаһы Хариса Ҡәниф ҡыҙы Ҡадирова беҙҙең район исеменән сығыш яһаны.

Фестиваль шарттарына ярашлы, конкурсҡа килеүселәрҙең һәр ҡайһыһы күргәҙмәгә таҫтамал, панно, ашъяулыҡ, буй балаҫ, костюм һәм уның өлөштәре (баш кейемдәре, билбауҙар, биҙәүестәр), сумкалар кеүек үҙҙәренең һуңғы өс йылда башҡарған эштәрен тәҡдим итте.Уларҙың урындағы технологияларҙы һаҡлап ҡалыуы йәки яңы технологик асыштар ярҙамында үҙҙәренең локаль мәҙәниәте өсөн генә хас булған халыҡ ижады өлгөләрен сағылдырыуы баһалауҙың төп критерийы булды. Тапшырылған әйберҙәрҙең бөтәһе лә Орловка ауылы Мәҙәниәт йорто фойеһында урынлашҡан халҡыбыҙҙың  заманса туҡыу сәнғәте буйынса биҙәү-ҡулланма эштәр күргәҙмәһенә ҡуйылды.

Өс көн дауамында конкурста ҡатнашыусы оҫталар төрлө әйберҙәр ижад итте. Уларға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директорының ижади эш буйынса урынбаҫары Нәфисә Түләбаева етәкселегендәге жюри баһа бирҙе.
«Башҡорт сувениры» конкурсында тауыш биреү йомғаҡтары буйынса республиканың алты районынан алтын ҡуллы ханымдар лауреаттар дипломына лайыҡ булды. Улар: Миәкә районынан Гүзәл Вәлитова, Балаҡатайҙан Мария Корлыханова , Архангелдан Фәнисә Гольцова,  Салауаттан Валентина Индиенко, Ғафури районынан Гөлнара Заһиҙуллина, Учалынан Әнисә Хажиева.

«Фитотуҡыу» номинацияһында  Бәләбәй районынан Надежда Зверева иң яҡшыһы тип табылды, Сибайҙан Асия Ғәйнуллина - «Сувенир продукцияларын яһауға инновацион ҡараш өсөн», Өфө районынан Рәйлә Алламоратова - «Туҡыуҙа ҡатмарлы техникалар ҡулланған өсөн», Әбйәлил районынан Руфина Ирғәлина - «Дебют» номинацияһында, Дәүләкән районынан Хариса Ҡадирова «Юғары сифатлы туҡыу эштәре өсөн» тигән дипломдарға лайыҡ булды. Әйтергә кәрәк, яҡташыбыҙ балаҫ һуғыу менән бала сағынан уҡ шөғөлләнә, бер туған ағаһы Фәнис тә оҫта балаҫ һуғыусы, ағасты семәрләп биҙәүсе ине. Хариса Ҡәниф ҡыҙының сағыу балаҫтарҙан тыш та һоҡланғыс ҡул эштәре бик күп. Ул  төҫлө йөндәрҙән аллы-гөллө сәскәләр бәйләй, сәйләндән үреп яһалған әйберҙәре лә бихисап.

Конкурста шулай уҡ «Халыҡ йолаларын һаҡлаған өсөн», «Заманса стиль», «Башҡорт стиле», «Йәштәр стиле» номинацияларында ла еңеүселәр билдәләнде.

Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...
Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...
Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...
Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...
Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...
Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...
Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...
Балаҫ һуҡтыҡ ултырып...
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас