0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Сентябрь 2021, 15:05

Табын ырыуы ҡор йыйҙы

Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә 28 августа Башҡортостандың Учалы районында иң эре башҡорт ырыуы – Табындарҙың V Йыйыны (съезы) үтте.

Табын ырыуы ҡор йыйҙы
Табын ырыуы ҡор йыйҙы

Табындар – иң эре башҡорт берләшмәһе. XIV–XVI быуаттарҙа уларҙың бер өлөшө Башҡортостандың таулы-урманлы райондарына күсеп килә һәм Ағиҙел йылғаһының түбәнге өлөшөндә урынлашҡан, Еҙем һәм һуңғараҡ Инйәр йылғалары үҙәндәрендәге ерҙәрҙе биләй. Ырыуҙың ҡалған өлөшө көнсығышҡа һәм Урал аръяғына күсенеп, Әй, Йүрүҙән, Миәс, Увелка, Уй, Урал йылғалары буйында урынлаша. Бөгөнгө көндә табындар йәшәгән территориялар Башҡортостандың Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Балтас, Дәүләкән, Тәтешле, Учалы райондары,   Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы, Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы, Һарытау өлкәһенең Пугачев районы, Ырымбур өлкәһе Александровка, Ҡыҙыл гвардия һәм Яңы Сергиев райондары, Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡыҙыл Армия райондарына йәйелгән.

V Йыйын ике өлөштән торҙо. Көндөң тәүге яртыһында унда милли биҙәүестәр, костюмдар, аш-һыуҙар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре эшләне. Табын башҡорттарының тарихы тураһындағы театралләштерелгән инеш өлөштән һуң спорт ярыштары башланды. Уның программаһында милли көрәш, ат сабыштары, мас-рестлинг (таяҡ тартышыу), йәйәнән атыу буйынса көс һынаштылар. Көндөң икенсе яртыһында съездың пленар өлөшө үтте. Комсомол ауылының мәҙәниәт йортона Ҡырмыҫҡалы, Балтас, Тәтешле, Архангел, Ғафури, Дәүләкән, Салауат, Әбйәлил райондарының һәм күрше Силәбе өлкәһенең Табын ырыуы вәкилдәре йыйылды. Беҙҙең райондан съезд эшендә ете делегат ҡатнашты.Съездың рәсми өлөшө «Табындар гимны» менән башланып китте. Артабан ырыу вәкилдәре, күренекле фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре иң ҙур башҡорт ырыуы тураһындағы докладтар уҡыны. Дәүләкән районы мәҙәниәт идаралығы начальнигы Рәфис Әхмәтрәхимов «Дәүләкән районындағы ҡара-табын ауылдары» тигән темаға доклад менән сығыш яһаны, ә район Мәҙәниәт йортоноң Буранғол ауылы филиалы мөдире Резеда Ҡорбанғәлиева үҙе ижад иткән «Ырыуым – Табын» тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Осрашыу барышында табындар шулай уҡ халҡыбыҙҙың үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында фекер алышты, төрлө районда йәшәгән ырыуҙаштарының тормошо менән танышты, 2017 йылда ойошторолған IV съездан һуң үткән осорҙағы эштәргә йомғаҡ яһаны, Табын ырыуы Советының яңы составын һайланы, киләсәккә бурыстар һәм маҡсаттар билдәләне һәм Йыйындың резолюцияһын ҡабул итте. Унда башҡорт ырыуҙарының йәмәғәт хәрәкәтенең эшмәкәрлеген киләсәктә лә туҡтатмау,үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен, рухи ҡиммәттәрен популярлаштырыу, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, Табын ырыуының күренекле вәкилдәренең исемен, ҡаҙаныштарын, ижади мираҫын мәңгеләштереү буйынса эштәрҙе артабан да дауам итеү кәрәклеген билдәләп үттеләр.

Табын ырыуы ҡор йыйҙы
Табын ырыуы ҡор йыйҙы
Табын ырыуы ҡор йыйҙы
Табын ырыуы ҡор йыйҙы
Табын ырыуы ҡор йыйҙы
Табын ырыуы ҡор йыйҙы
Табын ырыуы ҡор йыйҙы
Табын ырыуы ҡор йыйҙы
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: