+10 °С
Дождь
Антитеррор
МӘҘӘНИӘТ
9 Сентября 2021, 11:00

"Урал аръяғы" Инвестһабантуйында ҡатнашыусыларҙы ниндәй саралар көтә?

 2021 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында  «Урал аръяғы-2021» III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙасаҡ. Уның программаһына ярашлы, ҡатнашыусыларҙы һәм төбәк, федераль учреждениелар, бизнес-ширҡәттәр, мәҙәниәт вәкилдәре, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән торған форум ҡунаҡтарын төрлө саралар көтә.

"Урал аръяғы" Инвестһабантуйында ҡатнашыусыларҙы ниндәй саралар көтә?"Урал аръяғы" Инвестһабантуйында ҡатнашыусыларҙы ниндәй саралар көтә?
"Урал аръяғы" Инвестһабантуйында ҡатнашыусыларҙы ниндәй саралар көтә?

Уның программаһына ярашлы, ҡатнашыусыларҙы һәм төбәк, федераль учреждениелар, бизнес-ширҡәттәр, мәҙәниәт вәкилдәре, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән торған форум ҡунаҡтарын стратегик һәм дискуссион сессиялар һәм «түңәрәк өҫтәлдәр» көтә. Унда экология, сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм эске туризм буйынса темалар ҡараласаҡ. Эшлекле программаны Милли аш-һыу республика конкурс-фестивале һәм «КумысFEST» тигән ике фестиваль тулыландыра. Бында  күсмә халыҡтарҙың данлыҡлы эсемлеге – ҡымыҙ тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ.Шулай уҡ далала йәшәүселәрҙең традицион ашамлығы – һарыҡ күҙен дә тәҡдим итәсәктәр. Ашау-эсеүҙән тыш, һабантуй ҡунаҡтары бейә һауып ҡарай, ҡымыҙ эшләү менән таныша, уның ниндәй дауалау сифаттарына эйә булыуы һәм билдәле тарих һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең ҡайһылары үҙҙәренең сәләмәтлеген нығытыу өсөн уны дарыу итеп ҡулланыуы белә ала.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, 2020 йылдан Сибай ҡалаһы ҡала округында сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында Милли костюмдар көнө үтә. Был байрам республикала йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының мәҙәниәтенә ҡағылыу мөмкинлеге бирә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4 миллионға яҡын кеше, 160-ҡа яҡын милләт һәм 13 этник төркөм йәшәй. Улар  араһында  башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, ҡаҙаҡтар, рустар, украиндар, белорустар, немецтар, еврейҙар, молдавандар, әрмәндәр, латыштар, мариҙар, мордвалар, удмурттар һәм башҡа милләттәр бар. Шуға Форумдың икенсе көнөндә, 10 сентябрҙә, Сибайҙа милли костюмдарҙа үтеү ойошторола. Костюмдарҙа үтеү ваҡытында Инвестфорум ҡунаҡтары болгарҙар, чечендар, украиндар, татарҙар, башҡорттар, рустар, үзбәктәр, таджиктар һәм башҡа халыҡтарҙың костюмдарын күрә ала. Улар – тик костюмдар ғына түгел, ә ошо ерҙә ҡасандыр йәшәгән ата-бабаларыбыҙ тураһында һөйләүсе тотош тарих.

200-гә яҡын ҡатнашыусының матур һәм сағыу костюмдарҙа З. Вәлиди майҙансығынан юл башлап, «Бикбау» универмагы яғынан Горняков тыҡрығы буйлап үтеүе һәм бейеү, музыкаль, фольклор коллективтары концерт программаһы тәҡдим итәсәк үҙәк майҙанға тиклем барыуы күҙаллана.  

Сәхнәлә балалар бейеү ансамблдәре, «Толпар» милли бейеүҙәр ансамбле, «Арҡайым» хореографик миниатюралар ансамбле, «Сармат» милли бейеүҙәр ансамбле, «Йәнгүзәй» фольклор ансамбле, «Мироколица» рус йырҙары ансамбле, «Миләш» халыҡ вокаль ансамбле һәм башҡалар сығыш яһай.

Бейеү, йыр, фольклор коллективтары тамашасыларҙы Башҡортостандың төп байлығы булған халыҡтарҙың күп ҡырлы мәҙәниәте менән таныштырасаҡ. Бында ата-бабалар йолаларын онотмайҙар, ҡасандыр уларға нигеҙ һалыусыларҙың мираҫы йәшәй һәм йәшәүен дауам итә.

Һабантуйҙың байрам һәм мәҙәни программаһын популяр йырсы Валерияның сығышы тамамлаясаҡ.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, форумда уҙғарылған сараларҙың барыһы ла Роспотребнадзор талаптарын күҙәтеп ойошторола.

Фотолар: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

"Урал аръяғы" Инвестһабантуйында ҡатнашыусыларҙы ниндәй саралар көтә?
"Урал аръяғы" Инвестһабантуйында ҡатнашыусыларҙы ниндәй саралар көтә?
"Урал аръяғы" Инвестһабантуйында ҡатнашыусыларҙы ниндәй саралар көтә?
"Урал аръяғы" Инвестһабантуйында ҡатнашыусыларҙы ниндәй саралар көтә?
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас