Сибай ҡалаһында III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйы башланды. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы, форум ҡунаҡтарын бай һәм эшлекле программа – сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар көтә. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениеларҙың, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнаша.
Магнитогорск аэропортында форумда ҡатнашыусыларҙы һәм мәртәбәле ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршы алдылар. Улар сәксәк һәм ҡымыҙҙан ауыҙ итте, башҡорт халҡының ҡурай моңона бер аҙ бейеп тә алдылар.
Ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерия ла бар. Әйткәндәй, бөгөн кис Үҙәк майҙанда уның концерты буласаҡ.