шулай тиҙәр китапхана юлын йыш тапаған таныштарым. Социаль селтәрҙәр ни тиклем үҫешмәһен, аҡҡа ҡара менән яҙылған һүҙ бер ҡасан да юғалмай. Мине иң ҡыуандырғаны - яңы китаптар ҡайтыуы. Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәре менән бер рәттән башҡа төбәктәр ижадсыларының да хикәйә-повестарын ҙур кинәнес менән уҡыйым.
Дәүләкән ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре килгән һәр кеше менән ихлас әңгәмәләшә, кәрәкле китапты табырға ярҙамлаша, теге йәки был әҫәрҙе уҡырға кәңәш итә. Шуға күңел бында гелән тартылып тора, фекерҙәштәреңде осратһаң уғата күңелдәр күтәрелә, донъя йәмләнеп китә.
Йәйге мәшәҡәттәр тамамланды, уңғандарҙың баҡса эштәре теүәлләнде. Тышта ҡойоп ямғыр яуған көҙгө болоҡһоу кистәрҙә йылы өйҙә китап уҡыуҙан да рәхәте юҡ. Үҙем дә уҡыйым, башҡаларға ла тәҡдим итәм.