+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Сентябрь 2021, 10:55

«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»

Мәкәш ауылының мәҙәниәт йортонда "Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт" тигән сара үтте

«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»
«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»

«Сәләмәт ауыл» проекты сиктәрендә йәмле йәйҙең һуңғы көндәрендә Мәкәш ауылының мәҙәниәт йортонда «Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт» тигән сара үтте. . Был сарала Рәйзә Әхмәтрәхимова, Зилә һәм Ринат Кәбировтар ҡатнашты.  

Күп йылдар үләндәр йыйыу менән шөғөлләнгән Рәйзә Зәйҙулла ҡыҙы ауылдаштарына үләндәрҙе ҡасан йыйырға, нисек киптерергә һәм ниндәй сирҙән, нисек ҡулланырға мөмкин икәнлеген һөйләне. Үләндәрҙе ул үҙе лә файҙалана, кешеләргә лә тарата. Ә Зилә һәм Ринат Кәбировтар оҙаҡ йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Улар балдың төрҙәре, уның сифатын тикшереү ысулдары, ниндәй сирҙәрҙән дауа булыуы тураһында һөйләне.
Ауылдаштарҙы район мәҙәниәт йортонан килгән һәүәҫкәр артистар Наилә Фазуллина һәм Рафаэль Дәүләтбаев матур йырҙары менән ҡыуандырҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә кисәнән ҡәнәғәт ҡалды һәм ҡыҙыҡлы, фәһемле байрам ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 

«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»
«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»
«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»
«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»
«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»
«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»
«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»
«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»
«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»
«Файҙалы үләндәр иленә сәйәхәт»
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: