30 сентябрҙә, Халыҡ-ара музыка көнө алдынан, Башҡортостан Юлдаш телеканалында БР Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә «Тамыр» телеканалы ойошторған уникаль телевизион проекттың конкурс туры старт ала. Йәш музыканттарҙың «Елкән» («Парус») беренсе телевизион конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына арналған.Проектта ҡатнашыусылар тик башҡорт композиторҙарының ғына әҫәрҙәрен башҡарасаҡ. Һайлап алыу турына 173 заявка килгән. Дүрт номинацияла (фортепиано, ҡыллы, тынлы, халыҡ инструменттары) уҙасаҡ конкурс турына 43 йәш музыкант үткән. Балаларҙың конкурс программаһын республикала һәм унан ситтә билдәле музыканттар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре: Артур Нәзиуллин, Илшат Мөслимов, Шәүрә Сәғитова, Артур Ғайсаров, Виктория Симонова баһалаған.
- Конкурс тыңлауҙарын төшөрөү ике көн дауам итте. Мин балалар өсөн бик шат, уларҙың педагогтарына рәхмәтлемен һәм жюри ағзалары менән һоҡланыуымды йәшермәйем! – ти «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Ошондай, матур, нескә һәм изге күңелле жюриҙы бығаса башҡа бер проектта ла күргәнем булманы! Асыҡ йөрәкле ысын һөнәрмәндәр! Улар остазар ҙа булды, һәр бала өсөн янып та-көйҙө. Тамашасылар «Елкән» конкурсын ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡараясаҡ.
- Балаларҙы баһалау бер ваҡытта ла еңел түгел, - ти Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының генераль директоры, кларнетсы Артур Нәзиуллин. – Әммә классик һәм туған моңдарҙың киләсәген күреү һәм ишетеү – оло шатлыҡ. Йәш музыканттарҙы ентекле һәм яуаплы эш көтә – финалға сыҡҡан 12 бала «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында Милли симфоник оркестр оҙатыуында сығыш яһаясаҡ!
Беҙҙең композиторҙарҙың әҫәрҙәрендә Башҡортостан тарихындағы мөһим ваҡиғаның музыкаль интерпретацияһы, милли рух һәм халыҡтың менталлеге сағылыш тапҡан. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн ошо музыкаль мираҫтың бик аҙ өлөшө генә башҡарыла. Ә музыканың мәғәнәһе – уның яңғырашында. Музыка уны башҡарыусынан һәм тыңлаусынан башҡа йәшәй алмай. Әйҙә, балалар туған моңдар аша тарихты киләсәккә еткереүсе елкән булһын!
«Елкән» беренсе телевизион конкурсын Башҡортостан Юлдаш телеканалында һәр кесаҙна 19.45 сәғәттә ҡарай алаһығыҙ.