Дәүләкән районы ла Башҡорт теле көнө уңайынан республикала иғлан ителгән "Ете аҙым" акцияһына ҡушылды.
Аҙнаның һәр көнө айырым тематикаға бағышланған. Бөгөнгө көн, 7 декабрь, "Башҡорт теле - иманлы тел" тип аталды. Унда башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын һөйләү буйынса онлайн-флешмоб иғлан ителде. Флешмобта район Мәҙәниәт йорто, уның ауылдарҙағы филиалдарының үҙешмәкәр артистары, район мәктәптәре уҡыусылары, "Заһиҙә" башҡорт халыҡ театры, китапханалар әүҙем ҡатнашты. Сараға бик күп видеояҙма килде. Уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Түбәндәге видеояҙмаларҙа :
1. Дәүләкән ҡалаһы лицей-интернаты уҡыусыларын;
2. район Мәҙәниәт йорто методистарын;
3. Дүртөйлө ауылы китапханасыһы Әлфинә Байбулатованы;
4. Сапай ауылынан Фикуза Әминованы;
5. район Мәҙәниәт йортоноң "Заһиҙә" башҡорт халыҡ театры артистарын;
6. Ҡоръятмаҫ ауылынан Радмир Владимир улы Шәйхетдиновты;
7. 3-сө башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларын;
8. Соколовка ауылы клубының һәүәҫкәр артисын күрәһегеҙ.
Рәхәтләнеп ҡарағыҙ.