+25 °С
Облачно
Антитеррор
МӘҘӘНИӘТ
8 Декабря 2021, 19:25

Уҡыусылар өсөн музыкаль кисә

Башҡорт теле көнө уңайынан ойошторолған «Ете аҙым» акцияһы сиктәрендә район Мәҙәниәт йортонда төрлө саралар үтә.

Уҡыусылар өсөн музыкаль кисәУҡыусылар өсөн музыкаль кисә
Уҡыусылар өсөн музыкаль кисә

7 декабрҙә, мәҫәлән, өлкән класс уҡыусылары өсөн музыкаль кисә-лекторий үҙғарғандар. Үҫмерҙәр башҡорт халҡының музыкаль мираҫы, милли музыка ҡоралдары менән танышҡан. Шулай уҡ ҡурай, ҡубыҙ, ҡыл-ҡубыҙ, думбыра, мандолина, скрипка кеүек музыка ҡоралдарының барлыҡҡа килеү тарихын белгән, халыҡ музыка ҡоралдарында төрлө башҡорт көйҙәре тыңлаған. Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Р.В. Әхмәтрәхәмиовтың – ҡурайҙа, Г. Мөсәләмованың – ҡыл-ҡубыҙҙа башҡорт халыҡ моңдарын башҡарыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмаған. Шулай уҡ В.Р. Садиҡова һәм К.Х. Минеғолованың ҡубыҙҙа уйнап ишеттергән дәртле көйҙәре лә күңелдәрҙе күтәреп ебәргән. Ю.М. Йәһүҙинаның – мандолинала, Ф.Б. Хәйретдиновтың баянда уйнауы сағыу сығыш булған. Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р.В. Рогив етәкселегендәге «Экспромт» халыҡ ҡоралдары ансамбле башҡарыуындағы көйҙәр ҙә бөтәһенең күңеленә хуш килгән. Музыкаль кисә фекер алышыу форматында үткән. Аралашыуҙа уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнашҡан. Һәр бала үҙенең күңелендә кисәнән ҡалған яҡшы тәьҫораттарын яҡындары менән дә уртаҡлашыр, тип ышанаһы килә.

Район Мәҙәниәт йорто материалдарынан.

Фотолар: район Мәҙәниәт йорто архивынан.

Уҡыусылар өсөн музыкаль кисә
Уҡыусылар өсөн музыкаль кисә
Уҡыусылар өсөн музыкаль кисә
Уҡыусылар өсөн музыкаль кисә
Уҡыусылар өсөн музыкаль кисә
Уҡыусылар өсөн музыкаль кисә
Уҡыусылар өсөн музыкаль кисә
Уҡыусылар өсөн музыкаль кисә
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас