+31 °С
Облачно
Антитеррор
МӘҘӘНИӘТ
14 Декабря 2021, 10:15

Әҙәби сәғәт үтте

Мәкәш ауылының моделле китапханаһында  «Башҡорт телендә һөйләшәм» тигән әҙәби сәғәт үткәргәндәр.

Әҙәби сәғәт үттеӘҙәби сәғәт үтте
Әҙәби сәғәт үтте

Башҡорт теле көнөнә арналған сара уҡытыусылар менән берлектә мәктәп уҡусылары өсөн ойошторолған. Балалар Башҡорт теле көнө булдырылуҙың тарихын белгән, тыуған яҡты, башҡорт телен данлаған шағирҙәрҙең ижады менән танышҡан. Осрашыу бай йөкмәткеле видеопрезентация менән аралашып барған. Балалар иғтибарына викторина элементтары булған «Башҡортостан яҙыусылары - балаларға» тигән китаптар күргәҙмәһе тәҡдим ителгән. Уҡыусылар шулай уҡ үҙҙәре лә башҡорт шағирҙарының Башҡортостан һәм туған тел тураһындағы шиғырҙарын теләп уҡыған һәм башҡорт телендә балалар өсөн нәшер ителгән гәзит-журналдарға байҡау яһаған. Был сағыу баҫмалар кескәйҙәрҙе матур һүәрттәре менән генә түгәл, ә ҡыҙыҡлы эстәлеге менән дә үҙенә йәлеп итә. Сара аҙағында балаларҙы туған телде онотмаҫҡа һәм мәҙәниәтебеҙҙе ихтирам итергә саҡырҙылар.

Шулай уҡ был көндө китапхана мөдире Г. Фазлиәхмәтова район халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотланы һәм улар иғтибарына  видеоҡотлау тәҡдим итте.

Әҙәби сәғәт үтте
Әҙәби сәғәт үтте
Әҙәби сәғәт үтте
Әҙәби сәғәт үтте
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас