Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуы билдәләнә. Ошо иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар “Ете аҙым” концепцияһына берләштерелде һәм Аҡмуланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып, бер йүнәлештә үткәрелә. Был марафонға старт 7 декабрҙә бирелде. Артабан Башҡорт теле көнөнә тиклем ете көн буйына ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышлана
Мәҫәлән, 7 декабрь –«Башҡорт теле – иманлы тел»;
8 декабрь – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө»;
9 декабрь – «Башҡорт теле – аҡыл теле»;
10 декабрь – «Башҡорт теле – шөкөр тел»;
11 декабрь – «Башҡорт теле – әҙәпле тел»;
12 декабрь - «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле»;
13 декабрь – «Башҡорт теле – ихлас тел».
Дәүләкән районы халҡы ла Башҡорт теле көнө уңайынан уҙғарылған сараларға әүҙем ҡушылды. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, китапханаларҙа, мәҙәниәт усаҡтарында Аҙналыҡтың һәр көнөнә бағышланған төрлө флешмобтар, концерттар, музыкаль кисәләр һәм башҡа саралар үтә.
«Мәҡәлдәрҙә – халыҡ аҡылы» флешмобында ла ҡатнашыусылар күп булған. Улар башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен районда йәшәүселәр иғтибарына еткергән. Мәҫәлән, һеҙҙең иғтибарға Сапай ауылы мәҙәниәт йортоноң флешмобҡа ебәргән мәҡәлдәрен тәҡдим итәбеҙ.
1.Ҙур йыртыҡты бәләкәй ямау ҡапламай.
Плотину пальцем не заткнешь.
2.Ҙурлыҡ буй менән түгел, уй менән.
Велик телом, да мал умом.
3.Егет булһа – мут булһын, мут булмаһа – юҡ булһын.
Смелые глаза – молодцу краса.
4. Иген яйын иккән белер, арба яйын еккән белер.