+17 °С
Облачно
Антитеррор
МӘҘӘНИӘТ
13 Декабря 2021, 19:25

Ж. Кейекбаев юбилейына арналған саралар

Ғалимдың тыуған яғында уның юбилейына арналған тантаналар ойошторолдо. Саралар Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында уҙҙы.

Ж. Кейекбаев юбилейына арналған сараларЖ. Кейекбаев юбилейына арналған саралар
Ж. Кейекбаев юбилейына арналған саралар

Ғалим, филолог, профессор Жәлил Кейекбаев республикала ғына түгел, илебеҙҙә лә яҡшы билдәле. Башҡорт теле аҙналығына арналған саралар барышында Башҡортостандың Ғафури районында күренекле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы төрлө саралар үтте.

Билдәләнгән көндө Ж. Кейекбаевтың Ҡаранйылғалағы йорт-музейына республиканан абруйлы ҡунаҡтар, яҙыусылар, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡа танылған кешеләр йыйылды.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов йыйылыусыларҙы сәләмләп, күренекле яҡташтарының исемен мәңгеләштереүҙең Башҡортостан өсөн дә, уның тыуған яғы өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға булыуын билдәләне.   

- Һәйкәлдәр, обелискылар, мемориалдар асыу бик мөһим. Кешеләр, айырыуса йәш быуын, теге йәки был йүнәлешкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәндәрҙе, ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәрҙе онотмаҫҡа тейеш. Үҙенең үткәнен белмәгән халыҡ киләсәге хаҡында белмәй. Шуға күрә геройҙарыбыҙҙың һәм танылған шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү өҫтөндә етди эш алып барабыҙ, – тине ул.

Йыйылыусыларҙың алҡыштары аҫтында Жәлил Кейекбаевҡа бюст асылды. Артабан ҡунаҡтар уға тере сәскәләр һалды һәм  музей экспозициялары менән танышты.

Артабанғы сара күрше Сәйетбаба ауылында үтте. Бында Башҡорт теле көнөнә арналған «Дан юлдар үткән уҙамандар» тип аталған «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусыларҙы «Асанай» фольклор ансамбле йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Ғалимға арналған күргәҙмә ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бында билдәле яҡташыбыҙҙың ҡулъяҙмалары, ғилми эштәре, элекке фотоларҙың күсермәләре урын алғайны. «Түңәрәк өҫтәл»дең эше барышында күренекле ғалим, Ж. Кейекбаев тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Сара аҙағында Кейекбай уҡыуҙарында ҡатнашыусы балаларға дипломдар тапшырылды.

 

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы материалдарынан.

Фото: "Башинформ".

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас