Быйыл Башҡортостанда уның тыуыуының 190 йыллығын билдәләргә планлаштыралар.
Сәскәләр һалыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев, төбәк Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был дата 2019 йылда булдырылған һәм XIX быуаттың бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, үҙенең ижады менән республика мәғарифы һәм милли әҙәбиәте үҫешенә етди йоғонто яһаған Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. Был туралағы указға Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйғайны.
Аҡмулла исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡаршыһындағы скверҙа 2008 йылда шағирға һәйкәл ҡуйылды. Мәғрифәтсенең балалар менән һөйләшеп ултырыуы - композицияның төп идеяһы. Аҡмулла бер ауылға барғанда, оҙон юлдан сарсап, шишмә эргәһендә ял итергә туҡтай. Уны балалар һырып ала. Ошо мәлде һүрәтләү өсөн һәйкәл эргәһенә талдар ултырталар һәм шишмә яһайҙар.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте материалдарынан.
Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат үҙәге.