«2020 йылда конкурс эштәре араһында стилләштерелгән, сәхнә костюмдары күберәк булһа, быйыл «Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция» һәм «Балалар кейеме» номинацияларында күберәк эштәр алдыҡ. Был – оҫталарҙың, былтырғы лауреаттарҙың әүҙем эше һөҙөмтәһе. Йыл дауамында республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә башҡорт милли кейемен һәм уларҙың элементтарын тегеү буйынса бик күп оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды», — тине Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков.
Эштәр араһынан жюри ағзалары 38 йәшлек Артур Батыршиндың «Башҡорт милли кейеме — реконструкция» номинацияһындағы эшен баһаланы. Ул билдәле фотограф Сергей Михайлович Прокудин-Горскийҙың 1910 йылдың йәйендә Ҡатаутамаҡ эргәһендә төшөрөп алған «Башҡорт уҡсыһы» фотоһүрәтенән кейем-һалым һәм элементтар реконструкцияһын тәҡдим итте. Фотола традицион ҡара сәкмән, киң ыштан, сабата һәм кейеҙ эшләпә кейгән башҡорт һүрәтләнгән.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы материалдарынан.